

Халыҡ ижады үҙәгендә тап ошо исем аҫтында район һәүәҫкәрҙәренең халыҡ коллективтары фестивале үтте. Фестивалдә райондың һәм ҡаланың халыҡ һәм өлгөлө ансамблдәре, коллективтары үҙ исемен лайыҡлы яҡланы. Уларҙы абруйлы жюри ағзалары баһаланы.
Әйтеп үтергә кәрәк, һәр коллектив 3 музыкаль номер әҙерләп алып килгән ине. аттьестация комиссияһы һәр ҡайһыһының сығышын юғары баһаланы, тип әйтһәң дә яңылыш булмаҫ. Һөҙөмтәлә 17 коллектив үҙенең "халыҡ" һәм "өлгөлө" тигән баһа алып һөйөндө. Улар -- Халыҡ ижады үҙәгенән "Ирәндек", "Ватан", Ҡолсора мәҙәниәт йортонан "Йәшлек" бейеү ансамблдәре, халыҡ ижады үҙәгенән "Ҡомартҡы", "Ирандыкские зори" вокал, Ғ.Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбенең уҡытыусылар хоры, музыка ҡоралдары ансамбле - тынлы оркестр, Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле, "Йәнгүҙәй" ҡумыҙсылар, Түбәнге Иҙристән "Еҙ төймә" гармунсылар ансамблдәре, Байыштан "Иҫтәлек" фольклор ансамбле ,"Хазина" халыҡ кәсептәре клубы "халыҡ" исемен лайыҡлы яҡланы. Ә бына "Экзотик", "Атайсал", "Еҙ үксә" бейеү ансамблдәре, "Саптар" хореография студияһы, "Иман" халыҡ музыка ҡоралдары, "Вдохновение" вокаль ансамбле "өлгөлө" исемен яҡланы.
Тап ошо һаналып үтелгән клубтар, ансамбль, студиялар районыбыҙҙың йөҙө булып тора ла инде. Районда уҙғарылған бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй.
Быйыл шулай уҡ Иҫке Сибайҙан "Яҙгөл" һәм Түбәнге Иҙристән "Зарифа" ансамблдәре лә был ҙур исемде яҡлап сығырға теләк белдерҙе. Жюри ағзалары был ансамблдәрҙең сығышын ҡарағандан һуң береһенә - "халыҡ", икенсеһенә "өлгөлө" исемен бирергә ҡарар итте.
Афарин, яҡташтар!