

Борон-борондан ҡул эше ҡатын-ҡыҙ өсөн төп шөғөлдәрҙең береһе булған. Шуға ла һәр әсә ҡыҙына был кәсепте өйрәтергә бурыслы булып һаналған. Совет осоронда ҡул эше менән өләсәйҙәр генә шөғөлләнергә тейеш, тигән фекер йәшәй. Әммә заман үҙгәрешһеҙ ҡалмай. Хәҙер был матур шөғөл ҡабат әйләнеп ҡайтты. Буш ваҡыттарында ғына түгел, эш сәғәтен дә тап ошо шөғөлгә бағышлаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар. Халыҡ ижады үҙәгендәге “Хазина” халыҡ клубы етәксеһе Рәзинә Ҡотлоғужина тап шундайҙарҙың береһе.
Рәзинә Салауат ҡыҙы Әбделкәрим ауылынан. Һөнәри белемде Стәрлетамаҡта мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжындағы режиссер бүлегендә ала. Шулай уҡ 1999-2001 йылдарҙа һөнәрселек училищеһында тегенсегә уҡый. Халыҡ ижады үҙәгенә методист булып эшкә төшә.
– Методист булып эшләй башлағас, һәр төрлө күргәҙмәләр өсөн яуаплы итеп ҡуйҙылар. Ауылдан-ауылға йөрөп, апай-инәйҙәрҙән, ҡул эше оҫталарынан һәр төрлө күргәҙмә әйберҙәрен йыйып алырға тура килә ине. Йыйыу – бер, уны һуңынан кире таратырға ла кәрәк бит. Бер мәл, өйрәнгән эшең, тип мине биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса методист итеп ҡуйғастар, уйға ҡалдым. Былай һоранып, эҙләнеп йөрөү эш түгел. Бындай күргәҙмә әйберҙәрен үҙебеҙҙең базала тупларға кәрәк. Бының өсөн иң ҡулайы – “Оҫта ҡулдар” клубын асыу. Иғлан бирҙем. Теләк белдереп апайҙар һәм инәйҙәр килде. Уларҙың күбеһе әле лә клубтың төп ағзалары булып һанала. Клубта беҙ балаҫ һуғабыҙ, кейеҙ баҫабыҙ, ҡорама ҡорайбыҙ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәүес әйберҙәрен, һәр төрлө сувенирҙар эшләйбеҙ. Түбәтәйҙәрҙе кейеҙ кеүек итеп тә һуғабыҙ, тегәбеҙ ҙә. Яйлап ҡына ҡул эше әйберҙәре артып китте. Ниндәйҙер сара үткәрелә, шуға бағышлап эш башлайбыҙ. Шуның логотибын йәки орнаментын кейеҙгә һуғып та, туҡымаға сигеп тә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, йәй көнө үткән “Башҡорт аты” фестивалендә кейеҙ балаҫ һуҡтыҡ. “Сергетыш” номинацияһында хатта диплом да алып ҡайттыҡ, – тип һөйләй эштәре хаҡында Рәзинә Ҡотлоғужина.
Бына шулай, Рәзинә Салауат ҡыҙы өсөн ике һөнәрҙе берләштерер эш табыла. Әйткәндәй, уның был йүнәлештә эшләүенә ете йыл да булып киткән.
“Оҫта ҡулдар” клубы “халыҡ клубы” исеменә лайыҡ була. Был исемде улар 3-4 йыл һайын ҡабаттан яҡлап торалар. Быйыл да бындай һынау буласаҡ. Улар 26 октябрҙә “халыҡ” исемен яҡлау өсөн һынауға әҙерләнә. “Оҫта ҡулдар” клубы эше районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы кеүек бит ул. Ҡырҙан килгән мәртәбәле ҡунаҡтарға ла нимә бүләк итергә икән, тип баш ватмайҙар. “Ҡул эштәребеҙҙе – түбәтәй, янсыҡ, яулыҡтар, кейеҙҙе ихлас күңелдән бүләк итәбеҙ. “Башҡорт аты” фестивалендә яныбыҙға Республика Башлығы Радий Хәбиров килеп китте. Ул беҙгә эшебеҙҙе йәйелдереп ебәреү өсөн субсидия бирергә вәғәҙә итте”, – тиҙәр клуб ағзалары һөйөнөстәре менән уртаҡлашып.
Клуб ағзалары төрлө конкурстарҙа даими ҡатнаша. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһында башҡорт милли костюмына арналған конкурста баймаҡтар Гран-при яулай. “Был бәйгелә беҙ йыл да ҡатнашабыҙ. Призлы урындар гелән беҙҙә була. Быйыл Октябрьский ҡалаһында ла ҡул эштәре буйынса конкурс уҙғарылды. Бында ла беҙҙең эш Гран-при менән баһаланды. Төрлө райондарҙа уҙған һабантуй байрамдарында йыш ҡатнашабыҙ. Тирмәләр биҙәйбеҙ”, – ти Рәзинә Салауат ҡыҙы.
Ете йыл самаһы эшләп килгән клубта шөғөлләнгән 15-ләгән оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙы халыҡ ижады үҙәге етәкселеге лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай – йыл һайын Рәхмәт хаттары менән бүләкләнәләр. Коллектив йыш ҡына ҡырға ял итергә лә сыға.
Рәзинә Ҡотлоғужина шәхси тормошонан да уңа. Ишмырҙа ауылы егете Нәдир Рауил улы менән яҙмышын бәйләп, ике ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бүләк итәләр. “Шөкөр, тормошомдан уңдым”, – ти ҡул эше оҫтаһы.
Боронғо менән бөгөнгөнө бәйләгән һөнәр эйәләре заман менән бергә атлай. Әле улар йыйылышып, ил һаҡсыларына бетеү эшләп бирҙеләр. Был бетеүҙе ҡулына алған һәр һалдат Тыуған иленә имен әйләнеп ҡайтыр, тип ышанайыҡ.
Эльмира Кейекҡужина.