Мәҙәниәт
25 Октябрь 2022, 09:40

"Иҫән йөрөп имен ҡайт -

Һине көтә тыуған яҡ!" Тап ошо исем аҫтында Ниғәмәт ауыл биләмәһенең мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр менән ауыл һәүәҫкәрҙәре концерт ойоштороп, яҡын-тирәләге ауылдарға гастролгә сыҡҡан.

"Иҫән йөрөп имен ҡайт -"Иҫән йөрөп имен ҡайт -
"Иҫән йөрөп имен ҡайт -

"Иҫән йөрөп имен ҡайт- 
Һине көтә тыуған яҡ!"  

Тап ошо исем аҫтында Ниғәмәт ауыл биләмәһенең мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр менән ауыл һәүәҫкәрҙәре концерт ойоштороп, яҡын-тирәләге ауылдарға гастролгә сыҡҡан.

Концертҡа юҡҡа ғына бындай исем бирелмәгән. Хәрби-патриотик рухтағы был концерт, ысынлап та, донъяларҙың имен торһон, тигән теләген белдерә. Тамашаны ҡараған һәр кем тиҙерәк донъяларыбыҙға именлек килеүен теләп хушлашты. 

Ысынлап та, донъяларыбыҙ ғына имен булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас