

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, бөйөк дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе, яҙыусы һәм шағир Ғабдулла Сәйетбаттал улы Нурмөхәмәтов сығышы менән Муллаҡай ауылынан.Уның тыуыуына 185 йыл тулыуға ҡарата республика кимәлендә мөнәжәт, нәсихәт, шиғыр һәм һүрәттәр конкурсы үткәрелде. Шуныһы, конкурс онлайн форматта уҙҙы. Ә бына уның йомғаҡлау өлөшө Түбәнге Иҙрис мәҙәниәт йортонда ойошторолдо.
Шулай уҡ түбәнге иҙристәрҙең шатлығы мул булды был көн. Ғәбит сәсәнгә таҡтаташ асҡан саҡта Республика Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары Азат Бадранов "Йәшлек" халыҡ бейеүҙәр ансамбленә милли костюдар бүләк итәм тигән ине. Был сара уңайынан Урал аръяғының инициатив төркөмө рәйесе Иҙел Солтанов менән "Саптар" бейеү ансамбле етәксеһе Радик Бакиров милли кейемдәрҙе тектереп алып килеп тапшырҙы.
Сара һуңында мобилизацияланған ир-егеттәр именлеген теләп доға ҡылдылар.