Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
20 Октября 2022, 15:00

Ашнаҡсылар көнө менән һөнәр үҙгәрттек...

ти,  Ишмырҙа ауылының уңған ҡыҙҙары. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Бер ярты сәғат ашнаксы булып ҡарау телаге менән, Ишмырҙа ауылының мәҙәниәт хезмәткарҙәре мәктәп ашханаһына юлландыҡ. Эххх, мәктәп эсенә килеп инеү менән тәмле еҫтәр таралған коридорҙан ашханаға барып индек. Унда һәр ваҡыттағыса, мөләйем йөҙлө ашнаҡсы ҡыҙҙарҙы күреү менән тағын да дәртләнеп киттек. Тиҙ генә аҡ халаттар кейеп, башыбыҙға яулыҡтар бәйләп алғас, беҙ, Ләлә менән Гүзәл, ашнаҡсыларға әйләндек. Шулай итеп һөнәр алыштырып, 30 минутҡа ашнаҡсы булып алдыҡ. Ашар өсөн йәшәргә ярамаһа ла, йәшәр өсөн ашарға кәрәк. Тәү ҡарашҡа еңел, рәхәт, йылы ерҙә эшләү анһат ҡына, тигән фекер тыуҙырһа ла, ашнаҡсыларҙың эше беҙ уйлағандан күпкә ҡатмарлыраҡ булып сыҡты.Өйҙә бешеренгән ҡатын ҡыҙҙар кеүек, нимә бар шунан ризыҡ әҙерләү түгел бында. Технологияларҙы ҡулланып, нормаларҙы күҙәтеп, санитар талаптарҙы теүәл үтәп, тейешенсә ассортимент менән тулыландырып, бөтә туҡланыусыларҙы ла туйындырып, риза итеп ҡыуандырып, туҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итеп сығарырға тейеш, икән улар. Хөрмәтле ашнаҡсылар! Бөгөн һеҙҙең байрам менән ҡотлайбыҙ. Ҡулығыҙҙан һөйөнөп, күңелдәре булған ҡулланыусыларҙың рәхмәттәренә төрөнөп, эшләгеҙ. Һөнәрегеҙҙең кәрәклегенә ҡыуанып, ҡорған донъяғыҙҙа бәхетле йәшәргә яҙһын тип теләйбеҙ! Гүзәл Ғөбәйҙуллина, Ишмырҙа ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ашнаҡсылар көнө менән һөнәр үҙгәрттек...
Ашнаҡсылар көнө менән һөнәр үҙгәрттек...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас