+24 °С
Ямғыр


Бөгөн халыҡ ижады үҙәгендә тап ошо исем аҫтындағы матур бер сара үтте. Унда Пушкин картаһы менән түләп ингән уҡыусылар матур концерт ҡарап ҡайттылар.
Ҡурай моңо - сихри моң сығарған башҡорттың милли музыка ҡоралы булып тора. Уҡыусылар ҡурай моңон тыңлап ҡына ҡалманы, ҡурайға бәйле риүәйәттәр, тарихи мәғлүмәттәрҙе лә белеп ҡайттылар.
Уҡыусылар өсөн ҡурайҙа Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсыларҙың халыҡ ансамбле етәксеһе Илнур Аслаев, баянда Ғәлинур Ҡарасурин менән Булат Кужахмәтов уйнаны. Концерт барышында башҡорт халыҡ, заманса һәм сит ил көйҙәре яңғыраны.