Мәҙәниәт
18 Октябрь 2022, 04:00

Әсәй ишеге

Әсәй менән һөйләшкән саҡта нимәгәлер зарланып ебәрһәм, ул бер үк һүҙҙәре әйтә: “Һинең унда нимә булғанын төбөнә төшөп белмәйем, әммә һиңә ишек менән ярҙам итә алам...” Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

ӘСӘЙ ИШЕГЕ

Әсәй менән һөйләшкән саҡта нимәгәлер зарланып ебәрһәм, ул бер үк һүҙҙәре әйтә: “Һинең унда нимә булғанын төбөнә төшөп белмәйем, әммә һиңә ишек менән ярҙам итә алам”. Тәүгә ишеткәндә мин ныҡ ҡына аптырағайным. Әммә ул аңлатты: — Һинең тормошоңда төрлө хәлдәрҙең булыуы мөмкин, әммә бер хәл бөтөнләй булмаясаҡ: минең һиңә ишек асмай ҡалыуым. Шулай булғас, теләһә ҡайһы ваҡытта – арыһаңмы, сирләһәңме, юғалтһаңмы, күңелең ҡалһамы, революция яһарға ҡарар итһәңме, эш боҙһаңмы, һин хаҡлымы, ғәйеплеме – береһе лә мөһим түгел, нимә эшләргә һәм ҡайҙа барырға тигән һорау тыуһамы – өйгә ҡайт. Миңә! Теләмәһәң, артыҡ һорау биреп тә йонсотмаҫмын. Әммә асыҡ ишек, тәмле аш, йомшаҡ түшәк, йылы ҡараш вәғәҙә итәм... Бәхет шулай ябай ғына, дуҫтар: ишек асыр кешең булыуҙа!

Лиля Град (Рәхимә Мусина тәржемәһе).

Сығанаҡ: "Зөһрә йондоҙ" төркөмө.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды. 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас