

Белорус эстрадаһының билдәле йырсылары Башҡортостан тамашасылары менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә.
«Славян баҙары 2019»-ҙа һәм «Sanremo Junior 2021» (Италия) фестивалдәрендә гран-при яулаған Ксения Галецкая менән «Славян баҙары 2019» призеры, «Йылдың иң яҡшы йырсыһы» номинанты Иван Здонюк «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы майҙансығында сығыш яһаясаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 19, 20 һәм 21 сентябрҙә Өфө бөтә Рәсәйҙән һәм сит ил партнерҙарынан транспорт һәм төҙөлөш өлкәһендәге профессионалдарҙы йәлеп итеү үҙәге буласаҡ.
Бөтә саралар ҙа Рубежная урамы, 178 адресы буйынса Ворлдскилз чемпионаты майҙансығында уҙа.
Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн автобус маршруты һәм «Декатлон» магазины янында туҡталыш була, унда «Конгресс паркы» майҙансығы биләмәһенә инергә мөмкин.