+24 °С
Ямғыр
Ғүмәр ауылы балалар баҡсаһында Милли кейемдәр көнө бик үҙенсәлекле үтте. Бөгөн балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре тәрбиәсе Миңзәлә Үҙәнбаева менән табын артында башҡорт аштары менән "Йома" сәйе эсте. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән Миңзәлә Мират ҡыҙы был юҫыҡтан даими эш алып бара. Уның тәрбиәләнеүселәре башҡорт телендә сатнатып шиғыр ҙа һөйләй, йыр ҙа йырлай, бейейҙәр ҙә. афарин!