Бер көн гөлдәр баҡсаһында.... ("Йәшәр өсөн ҡояш, ирек һәм кескәй генә сәскә кәрәк",- тигән бөйөк әкиәтсе Г. Х. Андерсен).
Билал ауылында тап ошондай исем аҫтында сәскә үҫтереүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында бәйге үтте һәм бәйгегә йомғаҡ яһар өсөн ауылдаштарҙы Мәҙәниәт йорто янына йыйҙыҡ. "Йәшәр өсөн ҡояш, ирек һәм кескәй генә сәскә кәрәк",- тигән бөйөк әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен. Ысынлан та, сәскәләр - тормош йәме. Беҙҙең ауылда сәскә үҫтермәгән ҡатын-ҡыҙ юҡ. Бәйгелә ҡатнашырға заявка биргән конкурсанттарға комиссия ағзалары, китапханасы Р. Э. Булатова, мәҙәниәт хеҙмәткәре С. Б. Ғайсина, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе И. А. Әминева, "Ағинәй"ҙәр ойошмаһы рәйесе М. Н. Әхмәҙина өйҙәренә йөрөп сыҡты. Ниндәй генә сәскә үҫтермәй беҙҙекеләр! Мәҫәлән, Әлиә һәм Айнур Әминевтар йортоноң ҡапҡаһын асыу менән үҙеңде сәскәләр иленә килеп ингәндәй хис итәһең. Ундағы сәскәләрҙең матурлығы, күплеге! Аяҡ баҫырлыҡ урын юҡ. Шуға күрә, Әлиә Әминева һис шикһеҙ Гран-при яуланы.
Бәйгелә беренсе урын алған ауылдашыбыҙ Гөлсәсәк һәм Урал Ғүмәровтарҙың баҡсаһы һәр йыл һайын төрлө сәскәләргә күмелә. Алғы баҡсаһында үҫкән матурлыҡҡа бер беҙ генә һоҡланмағанбыҙҙыр. Эргәләренән үтеп барған һәр кем сәскәләргә тамаша ҡылмайынса үтмәй.
Йәнә бер ауылдашыбыҙға беренсе урынды бирмәйенсә булдыра алманыҡ. Фәнүзә һәм Рәдиф Шаһибаловтарҙың йорто гөл-сәскәгә күмелеүендә хужабикәнең генә түгел, ҡыҙҙары Сулпандың да өлөшө ҙур. Һәр төрлө сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша.
Рәхилә һәм Айҙар Хамматовтарҙың йортонан да һоҡланыуыбыҙҙы йәшерә алмай ҡайттыҡ. Икенсе урын алған хужабикә күберәк роза сәскәләре үҫтерә. Кемдәр сәскәләр батшаһы булған розаны үҫтерә, беләләрҙер, ул сәскәне үҫтереүе бик еңелдән түгел.
Ғәлиә апай һәм Нурийән ағай Исхаҡовтарҙың иркен ихатаһы күҙ нурҙарын алып торған сәскәләр менән тулған. Икенсе урынды алған Ғәлиә апай сәскәләр генә түгел, һәр төрлө йәшелсә-емеш тәрбиәләргә нисек ваҡыт табалыр, аптырарһың!
Азалия һәм Рәфис Ғәлиндарҙың ҙур, матур, яңы йорттарынан һәр ваҡыт һоҡланып ҡайтабыҙ. Өсөнсө урынды алған хужабикә был юлы ла матур-матур сәскәләр менән һоҡландырҙы.
Зәүрә һәм Ишдәүләт Ғайсиндарҙың йортона ингән һәр кем иң беренсе сәскәләргә күҙ һалалыр. Өсөнсө урын яулаған йорт хужабикәһе иртә яҙҙан сәскәләр үҫтереү менән булыша башлай.
Зәкиә һәм Миңлеғәле ағай Хөсәйеновтарҙың йорто ла гөл-сәскәгә күмелгән. Йыл һайын сәскә үҫтермәйенсә ҡалмай өсөнсө урынды алған Зәкиә апай!
Мәғариф ветераны Йәмилә апай Ғилманованың баҡсаһын Лилиә сәскәләренең батшалығы тип атарға мөмкин. Бөтәһе һигеҙ төрлө сәскә үҫтерә Йәмилә апай. Унан тыш георгин, циния, астра сәскәләренең матурлығы!
Ут күршеләр Сәлимә апай Әминева һәм Флүрә апай Зәйнуллиналарҙың баҡса, бүлмә гөлдәре үҫтереүҙәре тураһында "Атайсал" гәзитенән дә уҡығанһығыҙҙыр тип уйлайбыҙ. Улар "Сәскәләрем - күҙ нурҙарым", "Сәскәләр илендә", иң оло конкурсантыбыҙ Сәрүәр инәй Мөхәмәдйәнова "Сәскәләр - тормош биҙәге" номинацияларына лайыҡ булды.
Конкурс шарты буйынса сәскә үҫтереүсе ханымдар һәр төрлө композициялар эшләп алып килергә тейеш ине. Гөлдәр апай Әлибаева, Нәсимә апай Боҫҡонова, Таңһылыу апай Ғәйҙуллина, Фатима апай Ғайсина, Хәлиҙә апай Һибәтуллина, Йәмилә апай Ғилмановалар үҙҙәре йәй буйы үҫтергән сәскәләрҙең орлоғон һатты, күп йыллыҡ сәскәләре менән бүлеште, нисек үҫтереү серҙәре менән бүлеште. Сәскәләрҙән тыш үҙҙәренең үҫтергән йәшелсәләрҙе лә һатты.
Сәскәләр ғүмере ҡыҫҡа, шулай ҙа, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар йәйҙең өс айын бушҡа үткәрмәй. Баҡса тултырып сәскәһен дә, йәшелсә-емешен дә үҫтерә. Афарин! Сәскәләр бәйгеһе тамам. Бөтә ауылдаштарға ла ауылды йәмләп ултырған сәскәләрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Сентябрь айында "Көҙгө муллыҡ" исемле байрам ойошторорға ниәтләйбеҙ. Күргәҙмәгә, һатыуға көҙгө муллыҡ булған йәшелсә-емештәрегеҙҙе әҙерләй тороғоҙ!
Райхана Булатова,
Билал ауылы китапханасыһы.