Ауылыбыҙҙың йәштәре тип әйтәйемме икән... Юҡ, ауылыбыҙҙың киләсәге тиһәм дөрөҫ булыр, бииик матур концерт ҡуйып ташланылар!!! Эй, ҡыуанып ҡарап ҡайттыҡ! Төрлө милләт бейеүҙәре, айырыуса һинд, заманса бейеүҙәр тамашасы күңелен бөтөнләй яулап алды!
Концертты алып барыусы егеттәребеҙ ҙә шәп, етмәһә нәфис һүҙ оҫталары ла икән! Афариндар!!! Тимәк, ауылыбыҙҙың киләсәге бар, бынамын тигән йәш быуын үҫеп килгәненә инандыҡ! Алдағы тормошоғоҙҙа, уҡыуығыҙҙа уңыштар, ҡыуаныстар юлдаш булһын! Бәхетле,оҙон ғүмер теләйбеҙ һеҙгә! Дәрт-дарманығыҙ ташып торһон, күңелегеҙ яңы үрҙәргә ынтылһын, барлыҡ маҡсаттарығыҙ, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, Аллаһ бирһә!!!
Лилиә Илбулова.