Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июль 2022, 13:55

ЯУАП

Йәш саҡтағы фотоларҙы Ҡыҙым ҡарап, минән һорай: “Матур ғына булғанһың бит, Тик үҙгәрҙең ниңә былай?” Һораны ла, ул онотто. Ә мин һаман уй эсендә, Күҙ алдынан үткән ғүмер Бер урала, бер сиселә...

ЯУАП
ЯУАП

Йәш саҡтағы фотоларҙы
Ҡыҙым ҡарап, минән һорай:
“Матур ғына булғанһың бит,
Тик үҙгәрҙең ниңә былай?”

Һораны ла, ул онотто.
Ә мин һаман уй эсендә,
Күҙ алдынан үткән ғүмер
Бер урала, бер сиселә.

Ҡайҙа булған нескә билем?
Миңә бәхет – һеҙ булыуы,
Күкрәгемә бала ҡыҫып,
Йөрәгемә йыр тулыуы.

Йыйырсыҡтар маңлайымда –
Ауыр уйҙар уйлағанға,
Күҙ осонда йыйылғаны-
Һеҙгә ҡарап йылмайғанға.

Һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулым –
Донъя көтәм ерҙе тырнап,
Шул ҡулдарҙа рәхәтләнеп
Йоҡлай инең мышнап-мышнап.

Сәс ағарған ҡайғыларҙан,
Аҙмы яра алған күңел!
Иҫем китмәй: сал сәстәрҙе
Буятыуы ҡыйын түгел.

Ҡайһы ерем һыҙлағанын
Бары үҙем генә беләм,
Ә йөрәгем элеккесә
Һеҙҙе һөйөп тибә гелән.

Кисер, ҡыҙым, йәш саҡтағы
Матурлыҡты һаҡламаным,
Аңлатһам да сәбәптәрен,
Мин үҙемде аҡламайым.

Минең өсөн мөһимерәк
Һеҙҙең барлыҡ, һеҙҙең һаулыҡ,
Матурлыҡ бит ваҡытлыса,
Һеҙҙең бәхет – минең байлыҡ!

Фирүзә Абдуллина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: