Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Июнь 2022, 18:00

Был бит минең ғүмер...

Дуҫтарҙың да, тағылғанды түгел, Һағынғанды килә күрәһе. Ҡай саҡтарын дуҫ тип аталғанға Тешең ҡыҫып ҡала түҙәһе...

Был бит минең ғүмер...
Был бит минең ғүмер...

БЫЛ БИТ МИНЕҢ ҒҮМЕР

Был бит минең ғүмер.

Яңылышым да,

Яҙмышым да тик үҙемдеке.

Үҙемдеке, ғорурланһам да мин.

Ҡыҙылы ла үҙ йөҙөмдөкө.

 

Был бит минең ғүмер.

Үҙем хаҡлы

Үҙ юлымды үҙем һайларға.

Эйәрһәм мин башҡалар артынан,

Барып етермен һуң ҡайҙарға?

 

Дуҫтарҙың да, тағылғанды түгел,

Һағынғанды килә күрәһе.

Ҡай саҡтарын дуҫ тип аталғанға

Тешең ҡыҫып ҡала түҙәһе.

 

Был бит минең ғүмер.

Теләгәнсә

Хаҡым барҙыр минең йәшәргә.

Эскә һыймағандай ҡыуанырға...

Күнегергә тоҙло йәштәргә...

 

Был бит минең ғүмер.

Татлыһын да,

Әсеһен дә үҙем йотормон.

Был бит минең ғүмер.

Уның өсөн

Яуабын да үҙем тотормын...

Физәлиә Дәүләтгәрәева

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: