Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Июнь 2022, 23:05

Бөгөнгө көн бигерәк ҡыҫҡа булды...

Был бөгөнөм бушҡа бушаманы, Башҡаларға булды бағышлы, Баш китерлек эштәр башҡарманым, Барыһы ла ябай, балҡышлы...

Бөгөнгө көн бигерәк ҡыҫҡа булды...
Бөгөнгө көн бигерәк ҡыҫҡа булды...

Бөгөнгө көн бигерәк ҡыҫҡа булды,

Һиҙмәй ҡалдым бер ҙә үткәнен.

Бер бөгөнөм үтте. Кем белә һуң

Күпме бөгөн беҙҙе көткәнен?

Был бөгөнөм бушҡа бушаманы,

Башҡаларға булды бағышлы,

Баш китерлек эштәр башҡарманым,

Барыһы ла ябай, балҡышлы.

Бына шулай үтә бөгөндәрем,

Белмәй ҡалам, бөтмәҫ мәшәҡәт,

Бөтәһенә өлгөрөргә кәрәк,

Бер тәүлегем гүйә бер сәғәт.

Бөгөнгө көн менән ғүмер бөтмәй,

Бер ваҡыт юҡ артҡа ҡарарға,

Өлгөрмәйбеҙ үткәндәрҙе байҡап,

Киләсәкте алдан юрарға.

Эй сабабыҙ тормош етәгендә,

Бөгөнөбөҙ бөткән бөрөшөп,

Эй ҡыуабыҙ ҡыуып етмәҫлекте,

Берсә янып-бешеп, бер өшөп.

…Бер бөгөнөм бөттө. Булһын ине

Бөгөндәрем иркен, киңерәк,

Бөгөндәрем булһын матурыраҡ,

Бөгөндәрем булһын күберәк!

Фирүзә Абдуллина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: