Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Май 2022, 12:27

Уңыштар юлдаш булһын

Йыл һайын беҙҙең оло йәштәге һәүәҫкәрҙәребеҙ "Мин яратам һине, тормош" конкурс фестивалендә ҡатнашалар. Быйыл да беҙҙең яҡташтарыбыҙ район намыҫын яҡларға әҙерләнә.

Уңыштар юлдаш булһын
Уңыштар юлдаш булһын

"Мин яратам һине, тормош!" конкурсы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан үткәрелә. 

Быйыл конкурста Иҫке Сибай ауылынан "Яҙгөл" ансамбле (етәксеһе ― А.Г. Ибраһимова), Темәстән "Ғилмияза" фольклор ансамбле (етәксеһе ― Р.Н. Солтанова), Яраттан баян уйнаусылар ансамбле (етәксеһе ― М.Т. Назарова), Ниғәмәттән Фәрзәнә Мөхәмәтшина менән Фәнүрә Ғәббәсова, Ҡуянтауҙан  "Сударушки" вокал ансамбле (етәксеһе ― А.И. Башкурова, Яраттан "Етегән"фольклор ансамбле (етәксеһе ― Р.З. Әхмәтова), Урғаҙанан халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле (етәксеһе ― Н.Н. Яҡупова) сығыш яһаясаҡтар. 

Райондаштарыбыҙға уңыштар теләйек. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: