Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Апрель 2022, 10:00

Бейеү көнө менән, дуҫтар!

Бөгөн - Бейеү көнө! Район, республикабыҙ бейеүселәрен, сәнғәттең ошо матур төрөн яратҡан бар кешеләрҙе матур байрам менән ҡотлайбыҙ!

Бейеү көнө менән, дуҫтар!
Бейеү көнө менән, дуҫтар!

Бейегеҙ әле, малайҙар,

Бейейек әле, ҡыҙҙар,

Үҙебеҙсә, саф башҡортса,

 Йырлайыҡ әле йырҙар!

Әйҙә әле, баҫ, баҫ,

Йырлап-бейеп күңел ас.

Үҙ телемдең моңдары

һис ҡасан да ялҡытмаҫ.

Танһыҡ еремдең еле лә

Танһыҡ үҙемдең телем,

 Мең-мең йәшәр башҡорт илем,

Телемдә алһаҡ ғилем.

Әйҙә ҡумыҙҙы уйна ла

Әйҙә дәртләнеп йырла,

Үҙ телеңдең ҡөҙрәтен бел,

 Һис тә оялып торма!

Ф. Ғөбәйҙуллина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: