Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Апрель 2022, 15:45

"Атайсалым - Иҫке Сибайым"

#Айыҡауыл2021#Трезвоесело2021#Сәләмәтауыл2021 #Здоровоесело2021#БаймакскийрайонСтарыйСибай #БаймаҡрайоныИҫкеСибай#ВсемирныйКурултайБашкир#БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы Йырсы, ҡурайсы, артист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегетов бөгөн үҙенең тыуған көнөн билдәләй. 

#Айыҡауыл2021
#Трезвоесело2021
#Сәләмәтауыл2021 #Здоровоесело2021
#БаймакскийрайонСтарыйСибай #БаймаҡрайоныИҫкеСибай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы
"Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә, Иҫке Сибай ауылы "Сәләмәтлек. Берҙәмлек. Рухиәт" йүнәлешендә эш алып бара.

Йырсы, ҡурайсы, артист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегетов бөгөн үҙенең тыуған көнөн билдәләй. 
1974 йылдың 3 апрелендә Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуған. Урта мәктәптә уҡыған саҡта музыка мәктәбенең ҡурай класында шөғөлләнә (етәксеһе БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сөләймәнов Ә. Ф.)
Артабан Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класында белемен камиллаштыра (етәксеһе Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ришат Рәхимов) (1989—1993). 1993—1997 йылдарҙа Сибай педагогия институтының музыка факультетында белем ала.
1994 йылдың февраль айынан Сибай дәүләт филармонияһына курайсы — солист булып эшкә алына.
Шул уҡ йылда «Йәш башҡарыусылар» конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ була.
1995 йылда «Арҡайым» төркөмө менән берлектә «Урал моңо — 1995» халыҡ-ара конкурсында лауреат исеменә лайыҡ була.
1996 йылда Сибай ҡалаһында үткәрелгән төбәк-ара «Ирәндек моңдары» конкурсы лауреаты, ә 1998 йылда «Йыл актёры» номинацияһында еңеүсе тип табыла (Өфө).
1997 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырыла һәм бөгөнгө көнгә тиклем шунда хеҙмәт итә. Бер үк ваҡытта (1998 йылға тиклем) Өфө сәнғәт институтының ике бүлегендә (башҡорт фольклоры һәм театр) уҡый.
Рәсәй академия театрының сәнғәте (РАТИ ГИТИС) институтының продюсерлыҡ факультетын тамамлай (2009).
Кем тураһында һуң беҙҙең һүҙебеҙ?
Әлбиттә, Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетов хаҡында!

Хөрмәтле Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетов!
Һеҙҙе етеп килгән күркәм байрамығыҙ менан ҡотлайбыҙ!
Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетов һеҙҙе ысын күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Ғәилә именлеге теләп ҡалабыҙ. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле булып ҡалығыҙ!

Атайсалым - Иҫке Сибайым!
Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетов әҙерләгән видеояҙманы ихлас күңел менән ҡарап алайыҡ ауылдаштар, рәхмәт ҙур!!!
https://vk.com/video125235703_45623

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: