Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Апрель 2022, 14:11

«Өфө тулҡыны»нда йондоҙҙар ҡабына

«Өфө Тулҡыны 2022» музыкаль фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Проект, ғәҙәттәгесә, февралдә башлана, 9 ай дауам итә һәм ноябрҙә иғлан ителгән номинацияларҙа еңеүселәрҙе бүләкләй.

«Өфө тулҡыны»нда йондоҙҙар ҡабына
«Өфө тулҡыны»нда йондоҙҙар ҡабына

Был фестивалдең 11-се миҙгеле. Йыл һайын һәләтлеләрҙе эҙләү һәм үҫтереү менән шөғөлләнеүсе - ул Спутник ФМ радиостанцияһы.

Конкурс радиоэфир (Спутник ФМ), телеэфир (БЮТ), интернет (Сайт:/ttps://bash.news/konkurs/ufimskaya-volna/2022/, Бәйләнештә /https://vk.com/ufvolna/, Телеграм /t.me/ufimskajavolna/) майҙансыҡтарында тормошҡа ашырыла.

Проектта балалар (9 йәштән) һәм өлкәндәр (18 йәштән) номинациялары билдәләнә.

Йыл һайын 9-13 һәм 14-17 йәшлек ҡатнашыусылар өсөн ике балалар («Дебют») номинацияһы яңы талантты аса. Уларҙың күбеһе проект менән бергә үҫә, төрлө кимәлдәрҙә һәм төрлө номинацияларҙа уңыштар күрһәтә.


Әгәр һеҙ 18, 20,30,40 һәм башҡа йәштә булһағыҙ, проект һеҙҙең алдығыҙҙа йән лә ҡыҙыҡлыраҡ тәҡдимдәр исемлеге бар: иң яҡшы ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар вокалы, иң яҡшы төркөм, ансамбль, дуэт, трио, Андеграунд, Автор йыры... Быйыл «Иң яҡшы видеоклип» һәм «Радиохит» номинациялары индерелде. Һәм конкурс партнерҙарынан өҫтәмә номинациялар индерелеүе ихтимал. Ғаризаны бында ҡалдырырға: https://bash.news/konkurs/ufimskaya-volna/2022.

Проектҡа рәхим итегеҙ! Беҙ йондоҙҙарҙы ҡабыҙабыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект «Радиомания 2014» Бөтә Рәсәй премияһы баһаһы буйынса илдең иң яҡшы радиошоуы һәм «Радиомания 2018» Бөтә Рәсәй конкурсы баһаһы буйынса радиостанцияны алға ебәреү буйынса иң яҡшы проект тип танылды. Проект ике Алтын микрофон - Оскар радиоһы, «Сикһеҙ радио» халыҡ-ара фестивалендә еңеп, «Гәлсәр микрофон» Бөтә Рәсәй радиофестиваленең юғары наградаһы, 2021 йылда проект Президент гранттары фонды грантын отто.

 
#уфимскаяволна #нашизвезды #вокал #уфа #музыкальныйконкурс #концерты #хиты #подарки #приемзаявок #новыйсезон #радиохит #лучшийвидеоклип #ротациярадио
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: