Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Апрель 2022, 11:35

"Бәхетнамә"лә - баймаҡтар!

Тулыраҡ:

Бер төркөм Баймаҡ ағинәйҙәре, гүзәл заттар Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының “Бәхетнамә” тапшырыуында булып ҡайтты. Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы Асия Таһир ҡыҙы Улйәбаева, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Миңһылыу Шәрифулла ҡыҙы Сәлимова, ағзалары Айһылыу Нуриәхмәт ҡыҙы Кәлимуллина, шулай уҡ Хазина Зыяитдин ҡыҙы Исҡужина, Гөлнисә Баязит ҡыҙы Абдуллина һәм Өмөтбай ауылы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Әнүзә Мәжитова Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙарының бай ауыҙ-тел ижады – таҡмаҡтар, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре, биҙәүестәре, аяҡ кейеме- сарыҡ менән таныштырҙы.

Былтыр урындағы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы китапхана менән берлектә “Халыҡ ижадында таҡмаҡтар“ проекты өҫтөндә эшләп, таҡмаҡтар йыйынтығын нәшир иткәйне. Улар ошо хаҡта башҡарылған эштәрен күрһәтеп, таҡмаҡтары менән таныштырҙы. Бынан тыш ағинәйҙәр халыҡ менән берлектә ойошторған саралары, башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында ла бәйән итте. Боронғо һуғылған шәл, селтәр, ҡашмау тураһында ла һөйләшеү алып барылды. Ауылда 12 йыл “Оҫта ҡулдар” түңәрәген етәкләгән Гөлсинә Баязитова үҙ эштәре менән таныштырҙы.

"Бәхетнамә"лә - баймаҡтар!
"Бәхетнамә"лә - баймаҡтар!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: