Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Март 2022, 15:26

Һеҙҙең талант – халыҡ йөрәгендә

Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан халыҡ ижады үҙәгендә тантаналы сара үтте. Унда район һәм ҡаланың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылды.  

Һеҙҙең талант – халыҡ йөрәгендә
Һеҙҙең талант – халыҡ йөрәгендә

Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан халыҡ ижады үҙәгендә тантаналы сара үтте. Унда район һәм ҡаланың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылды.

Тантана “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дәртле бейеүе менән башланып китте. Унан район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айнур Кәримов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. “Район тормошон һәр төрлө мәҙәни саралар менән биҙәп, үҙенсәлекле иткән өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт”, -- тине.

Ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев: “Кешелек элек-электән матурлыҡҡа ынтылған. Ә һеҙ ошо матурлыҡты үҙ идеяларығыҙ менән булдыраһығыҙ. Һеҙҙең ярҙам менән район-ҡаланың халҡы мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Киләсәктә һеҙҙең талант үҙ баһаһын районыбыҙ халҡы йөрәгендә табыр”, -- тип мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина ла: “Һеҙҙең хеҙмәт кеше араһындағы мөнәсәбәтте көйләй. Һәр саҡ нур сәсеп ижад итегеҙ”, -- тип коллегаларын байрам уңайынан тәбрикләне.

Үҙ эшендә уңыштарға өлгәшкән алдынғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Был көн халыҡ ижалы үҙәгендәге сығыштар ҙа башҡа төрлө – сағыуыраҡ кеүек тойолдо. Иң матур йырҙар, иң дәртле бейеүҙәр – барыһы ла сараға байрамса төҫ өҫтәне.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары уңайынан йәнә бер тапҡыр ҡотлайбыҙ. Киләсәктә тағы ла сағыуыраҡ саралар көтөп ҡалабыҙ.

Э.Кейекҡужина.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: