Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
25 Марта 2022, 11:13

Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы

Һәр халыҡтың үҙ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бар. Ҡунаҡты ла һәр милләт үҙенсә ҡаршы ала, үҙенә генә хас ризыҡтар менән һыйлай, үҙенсә хөрмәт итә. Башҡорт халҡы  йомарт һәм ҡунаҡсыл булыуы менән билдәле. Беҙҙә саҡырылып килгәндәрен дә, саҡырылмағанын да хөрмәтләп ҡаршы алалар. Айырыуса икенселәренә иғтибар ҙа,  ихтирам да күберәк күрһәтелә. Борон-борондан мосафирҙар ҡиәфәтендә Аллаһы Тәғәлә илсеһе килә, тип белгәндәр. Ул күпме ашаһа, һинең ризығың икеләтә артып  килә, тигән ышаныс булған. “Хоҙай ризығын шайтан ғына йәлләй” тигән мәҡәл дә бар халҡыбыҙҙа. Килгән ҡунаҡтарға башҡорттар иң затлы, иң татлы аш-һыуын ҡуйған.  

Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршыҠунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы

Тап шундай “Ҡунаҡ күрһәтеү” йолаһын Ишей ауылы ағинәйҙәре сәхнәләштереп күрһәтте. Спектаклде ҡарарға район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина һәм халыҡ ижады үҙәге белгестәре лә килгән ине. 

...Был ғаиләгә ҡунаҡҡа йыраҡтан ҡоҙағыйҙары килә. “Һеҙҙең ауылға юлланған машина килеп сыҡҡас, ултырҙым да киттем”, – ти алыҫтан килгән саҡырылмаған ҡунаҡ.  Килендең әсәһе ҡыҙын һағынып өлгөргән икән... 

Табын түрен самауыр алды. Ҡайһы аралалыр ҡунаҡ күрергә күрше-күлән дә йыйылып өлгөрҙө. 

– Белгән кеүек киленем менән кисә бешеренгәйнек. Маҡтап ҡына йөрөйһөң икән, ҡоҙағый, – тип ҡаршы ала ҡәйнә килгән ҡунаҡты. Затлы ризыҡ менән һыйланып алған  ҡунаҡтар күңел асырға булып китте. Йырлашып та, бейешеп тә алдылар. 

Ул арала урамда йөрөгән ҡәйнеш тейешле кешеһен дә саҡырып алалар. Уныһы гармунда матур уйнай икән. Һыйланып, йырлап-бейеп арыған ҡунаҡтарға ҡайтырға ла  ваҡыт етә. 

– Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тигәндәй, хәҙер беҙ һеҙҙе үҙебеҙгә ҡунаҡ күрһәтергә саҡырабыҙ, – тип күршеләр ҡунаҡ саҡырыу өсөн сират ала... 

Бер тынала күрһәтелгән тамаша тамам. Һәүәҫкәр әртистәргә киләсәктә уңыштар теләйек. Килгән ҡунаҡтары алсаҡ булһын! 

Шулай уҡ был көндө “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыу ойошторолдо. Ишейҙәр һәр ваҡыттағыса гәзитебеҙгә әүҙем яҙылып ҡыуандырҙы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас