+23 °С
Дождь


Баймаҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен район хакимиәте башлығы ҡотлап үтте. Фәнис Ғәбдрәшит улы:
- Бөгөн Баймаҡ районы мәҙәниәт учреждениеларының сағыу, дәртле һәм талантлы хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына һөҙөмтәле эштәре, ижади эҙләнеүҙәре өсөн ихлас ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Беҙ һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ, рухи байлыҡты һаҡлауға һәм тергеҙеүгә, халыҡҡа эстетик һәм әхлаҡи тәрбиә биреүгә индергән өлөшөгөҙҙө баһалайбыҙ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән! Бәхет, һаулыҡ, именлек һәм яңы һөнәри уңыштар!-тине.
Төрлө конкурстар еңеүсеһе, тәбиғәттән биргән һәләттәре менән һөйөндөргән мәҙәнит хеҙмәткәрҙәребеҙгә теләктәрҙең иң изгеһен еткерәбеҙ!