Мәҙәниәт
15 Марта 2022, 17:40

Хәтеремдә ул төн...

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә, Таңын аттырғанда ул төндөң...

Хәтеремдә ул төн...Хәтеремдә ул төн...
Хәтеремдә ул төн...

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә,
Йыйнаҡ бүлмәң, тыйнаҡ өҫтәлең,
Белмәй нисек ҡәҙер итергә лә,
Шарабыма шарап өҫтәнең.

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә:
Таңын аттырғанда ул төндөң,
Ни өсөндөр, күҙ йәштәрең менән
Кәрәкһеҙгә ғәфү үтендең...

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә:
Һулҡып һыҙлай ине йөрәгем.
Аймылышҡас йәшлек таңдарыбыҙ,
Бар инеме бының кәрәге?

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә,
Булмаһаҡ та башҡа беҙ бергә,
Аҡ ҡар яуған аҡ ҡанатлы төндө
Онотаһым түгел ғүмергә!..

Хәтеремдә ул төн...
Хәтеремдә ул төн...
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас