Билал китапханаһы бөгөн "Китап кафе"һына әйләнде. Ни өсөн? Сөнки беҙ китапты рухи аҙыҡ, тип йыш ҡабатлайбыҙ. Күп уҡыған кешегә ҡарата "китапты һыу кеүек эсә", "китапты ашай ҙа ҡуя", тибеҙ.
Шулай итеп, өҫтәлдә "аш-һыу" өсөн бөтә кәрәк яраҡтар ҙа бар, сервировка яһалған. Ап-аҡ халат, баштарына аҡ ҡалпаҡ кейгән официант ҡыҙҙар, ҡара костюм, салбар кейгән официант егет йүгереп йөрөп үҙ эшен башҡара. Менюла нимә генә юҡ! Беренсе блюдоға "йылы аш", йәғни, әле генә табанан "төшкән" Б. Мәһәҙиев, З. Бәшәрова, С. Кәрим әҙерләгән "ризыҡтар". Икенсе блюдоға ла "тәмле ризыҡ" етерлек. Төрлө "һуттарҙан", "десерттан" да өҫтәл һығылып тора. Ф.Мырҙаҡаевтың "Ҡайын һуты"н, А. Игебаевтың "Сәй ҡайнатты ҡуяндар"ын 7-се класс уҡыусылары яратып "эсте". Десертҡа кафела ултырыусылар яҡташ яҙыусыларҙың "тәмле ризығынан" ауыҙ итте. Ф.Абдуллина, У.Мостафин, Г.Ғәйзуллина, Ә.Үтәбай, Т.Ғарипова, Ә.Яхина һәм башҡаларҙың "тәмлекәстәренән" бер кем дә баш тарта алманы. Ҡайһы берәүҙәр өҫтәп тә заказ бирҙе. Их, тәмлелеге!.. Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙекеләр етештергән шул был "аҙыҡтарҙы"!
Рухи аҙыҡты "ашап-эсеп" бөткәс, һәр береһе нимә "ашауҙары" тураһында бер-береһен бүлдерә-бүлдерә һөйләне. Иң аҙаҡ официанттарға "чаевые" бирҙеләр. Йәғни, һәр официантҡа йомаҡ, мәҡәл, әйтем әйтергә, китаптарҙың авторҙарын атарға ҡушылды. Улар ҙа аптырап ҡалманы, бөтә һорауҙарға ла тапҡыр яуап бирҙеләр.
"Китапкафе" ла бөгөн барыһы ла булды. Тәмле "ризыҡтарға" йышыраҡ килегеҙ!
Райхана Булатова,
Билал ауылы китапханасыһы.