+20 °С
Облачно


Мин яраттым һине шарттар ҡуймай,
Яуап хисе дәғүә итмәйсә,
Мөлдөрәмә тулы хистәремдең
Тамсыһын да ситкә түкмәйсә.
Мин яраттым һине,ҡояш кеүек,
Үҙлегемдән үҙем яҡтырып,
Йөрәгемдә сикһеҙ шатлыҡ тойоп,
Күңелемә бөтмәҫ наҙ тулып.
Юҡ, батырлыҡ мин бит эшләмәнем,
Мин бит һине бары яраттым.
Сарыфламаным мин һөйөүемде,
Нурҙарымды ғына тараттым.
Т.Ҡарамышева.