Һаҡмар
+28 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
20 Февраля 2022, 06:15

Кем ғәйепле?

- Һиңә гонаһы булмай ул, булмай! Үҙе этлек ҡылғас!-тип йыуатып маташҡан булды күршеһе.

Әлфиә Юнысова

Хикәйә

Кем ғәйепле ?

Зәлифә әбей ғүмер буйы ауылда йәшәне. Ғәиләләрендә ике бала тәрбиләнделәр. Апаһы ҡалаға йәшләй үк сығып китте лә кейәүгә сығып шунда төпләнеп ҡалды. Хәҙер олоғайған инде, ауылға,исмаһам, бер ҡайтып та урағаны юҡ. Ә ата-әсәһе күптән инде донъя ҡуйғандар. Зәлифә әллә ниңә ошо ауылдан һис тә генә китергә уйламаны. Бик тә сибәр, өҫтәүенә шаян булды ул йәш сағында. Ун һигеҙе тулды тигәндә ауылдағы йәш кенә бер егеткә кейәүгә сығып та китте. Утыҙ йылға яҡын бергә татыу, яҡшы ғына ғүмер кисерҙеләр, етеш йәшәнеләр. Күркәм йорт та һалып инделәр. Тик Факилы ғына вафат булып ҡуйҙы. Ни сәбәптәндер, бала-сағалары булманы уларҙың. Бының өсөн ула бер-береһен рәнйетмәнеләр. Бабайы донъя ҡуйғас Зәлифә әбей ошо һарай кеүек йортта яңғыҙы тороп ҡалды. Үҙенә күрә донъяһы, һыйыры, бер нисә тауығы ла бар.

Өй эштәрен бөгөн иртә бөттө Зәлифә ҡарсыҡ. Ни эшләрен белмәй оҙаҡ ултырҙы, ахырҙа, түшәген рәтләп, мендәрен ҡабартып, утын һүндереп йоҡларға ятты.

Төрлө хәтирәләргә, уйҙарға бирелеп оҙаҡ ҡына йоҡо алманы үҙен.

Ҡапыл ҡыштырлаған тауышҡа уянып китте.

“Тағын быныһы ни ғәләмәт?”, - тип тороп ултырҙы. Тағын ҡабатланды, шыңшыуға оҡшаш тауыш ишетелде. Ҡарсыҡ утты ла яндырып тормай кейенеп тышҡа йүнәлде. Ҡурҡһа ла ҡыҙыҡһыныуын йәшерә алманы ул. Келәне ысҡындырып солан ишеген асып йебәрҙе лә аптырап уҡ китте. Унда ике күҙе безләп янып бер көсөк ҡорон үткән, һорғолт төҫтәге һалбыр ҡолаҡлы, морононда аҡ тимгәлдәре булған осло моронло, эсе эскә йәбешкән эт йораты әбейгә мөлдөрәп кенә ҡарап, ҡойроғон болғап тора. Үҙе әллә алыҫ юлдан килгән – бысранып уҡ бөткән. Был көтөлмәгән ҡунаҡ ҡарсыҡҡа бик йәл булып китте. Уны балаларса башынан һыйпап иркәләгеһе килде.

Этте үҙенә саҡырҙы: “Кил, кил бында, нимә булды һиңә? Кил, кил”? – тим.

Эт тә көтолмәгән йылы ҡаршылауҙан иреп ҡойроғон болғай-болғай ҡарсыҡҡа яҡын уҡ килде.

Ҡарсыҡ ергә сүгәләнде. Эттең еүеш башынан һыйпаны, иркәләп һөйләнде:

-Асыҡҡанһыңдыр инде, ямғырҙа күшегеп тә бөткәнһең, бахырҡайым. Өйгә инеп бер һыныҡ икмәк киҫәге сығарып уға һондо. Ә тегеһе шуны ғына көткәндәй, йәһәт кенә эләктереп алып, сәйнәп йотоп та ҡуйҙы һәм тағын бирмәҫме тигәндәй карсыҡҡа төбәләнде.

Ә ҡарсыҡ һөйләнеүен дауам итте:

-Ярай, бында ҡалырһың, күптән миңә иптәш кәрәк ине. Бергә күңеллерәк тә булыр. Нимә тип исем ҡушайым икән? Ул яңы дуҫына исем уйларға уҡ керешеп китте... Тузик, Аҡтүш, Муйнаҡ... юҡ былар берҙә күңеленә ятмай. Ә бәлки Көтөй тиермен. Эйе, ысынлап Көтөй булһын шул. Әйтеүгә лә анһат, исеменә есеме тап килгән дә кеүек...

Ярай, Көтөй, миндә ҡал әйҙә, теләһәң йорт-ҡураға ҡарауыл булырһың. Миндә яңгыҙ, һиндә хужаһыҙ.

-Ана аҙбарға кереп ҡунып тор, мин инәйем инде, өшөп киттем, еңелсә кейенгәс”, - тине.

Өйгә инеп, һыуына башлаған түшәгенә ятты, йоҡоһо ҡасҡайны инде. Ошо кескенә булһа ла ҡыуанысҡа һөйөнөп таң аттырҙы...

Бына ошо көндән башлап улар бергә йәшәй башланылар. Көтөй яҡшы эт, ҡарсыҡ яҡшы хужа булды. Көтөй бер ай эсендә йылтырап, һимереп, йоморайып уҡ китте. Сит кеше килһә, үҙенең барлығын һиҙгертеп өрөп алған була. Ә көн һайын иртән ҡарсыҡты солан ишеге төбөндә ҡойроғон болғап ҡаршылар булып китте.

Көҙ етте, Картуф йыйыр ваҡыт етеп килә. Зәлифә әбей быйыл да ғәҙәтенсә иртәрәк ҡаҙа башланы. Яңгыҙ бит, яйлап ҡаҙғансы, саҡ булыр. Әллә ни күп түгел түгеллеген.

Бөгөн әбей иртә тороп бер үҙе булһа ла самауырын сыжлатып, баллап, майлап оҙаҡ ҡына сәй эсте. Көтөйөн дә яҡшылап һыйланы, һыйырын урманға ҡыуғас,тауҡтарына ем һипте. Ҡайһылай матур булып ҙурайып киткәндәр, - тип һоҡланып ҡарап ҡуйҙы. Эшен бөткәс, биҙрәһен, көрәген тотоп баҡсаһына сыҡты. “Тағын бер-ике көнлөк эш бар икән бында” . Көн дә яҡшы, дәртләнеп ҡаҙа башланы. Быйыл ҡоро йыл булһа ла картуфтары емерелеп уңган икән шул. Ул эре-эре аҡ бәрәңгеләрҙе дөбөрләтеп биҙрәгә һалды...

Көтөй аҙбар яғында һикерәнләп уйнап йөрөй. Ҡыуанып туя алмай бахырҡай. Уйнаһын әйҙә, туйғансы уйнаһын, - тип эшен дауам итеүен белде. Бер аҙ ҡаҙғас,

ҡалҡынып этен ҡарап алмаҡсы булды. Көтөй нимәлер өҫкә сөйөп уйнай ине. Тағын ҡабатланды, тағын...

Әллә минең иҫке бейәләйҙәр менән уйнай инде? Шул саҡ фырылдаған, ҡытаҡлаған тауыш ҡолағына салынды, тауыҡ йондәре осҡаны күҙенә салынып ҡалды. Түҙмәне ҡарсыҡ – етеҙ аҙымдар менән аҙбар яғына йүнәлде. Килеп етте лә өнһөҙ ҡалды. Нимә был? Саҡ илап ебәрмәне, ҡатып ҡалды.

Уның яратҡан, һөйөклө Көтөйө бер тиҫтәнән артыҡ быйыл яҙ ғына сыҡҡан, үҫеп, ҙурайып, тауыҡ ҡорна керә башлаған себештәрҙе ергә теҙеп һалған да ҡуйған. Ҡанға туҙған себештәрҙең ҡайһыныһы үлгән, ҡайһыныһы үлемгә талаша.

- Эй хоҙайым, эттең этлеге тейә тигәндәре ошолор инде. Ҡәһәр генә һуҡҡыр, ҡороғор, килмешәк. Яҡшы булһаң, хужаң ҡыуып сығармаҫ ине,-тип этте һүгергә кереште.

Ә тегеһе бер ниҙә аңламаған килеш әбейгә ҡойроғон болғап, мөлдөрәп ҡарап торған була.

- Эшең улай булғас, - тип һарайға креп китте. Унан оҙон ғына бау алып сыҡты ла этенә өндәште:

- Әйҙә, киттек минең менән йылға буйына. Әбей асыуынан был ваҡытта ни ҡылырын да белмәй ине.

Көтөй тыңлаусан ғына әбейгә эйәрҙе.

Йылға оҙаҡ ямғырҙан һуң ташҡан ине. Ул бик ярһып, аҙарынан ағып ята. Әбей бер аҙ уйлап торҙо ла этен саҡырып алды. Таш өҫтөнә йығып һалып аяҡтарын бәйләй башланы. Көтөй тартҡылашып, сыйылдап ҡараны, ләкин ҡарсыҡ уның аяҡтарын шыҡырайтҡансы һә тигәнсе бәйләп тә ҡуйҙы. Этте һөйрәп һыуға ташланы. Шул саҡ Көтөйҙөң күҙҙәренән һырғалап йәш аҡҡаны күренеп ҡалды. Эт һыу эсендә туларға, тартышырға кереште ләкин көслө тулҡындар уны барыбер ағыҙып алып киттеләр.

Шунан һуң Зәлифә ҡарсыҡ тыныслығын юғалтты, эш ҡайғыһы китте. Тауыҡтарын соҡор ҡаҙып күмеп ҡуйҙы ла, ни эшләрен белмәйенсә, урамға сығып күршеһенә керҙе. Хәлен һөйләгәс күршеһе:

- Һиңә бер ниндәй ҙә гонаһ булмай үҙе этлек эшләгәс, - тип күңелен йыуатҡан булды.

Ул бер аҙ тынысланған хәлдә өйөнә ҡайтып китте.

Кис етте. Әбей түшәккә ятты. Тик бер ҙә генә йоҡоһо килмәне. Теге хәл күңелен әрнетте. Көтөйөн батырғанына әрнене ул, гонаһынан ҡурҡты, йәлләне. Ирекһеҙҙән күҙҙәренән быуылып ҡына ике бөртөк йәш тәгәрәне. Ул таңды шулай ғазапланып, төрлө шомло уйҙар уйлап керпек тә ҡаҡмайҡаршыланы. Таң һыҙылыу менән еңелсә генә кейенеп тышҡа сыҡты. Бында бөтә нәмә Көтөйөн хәтерләтеп торған кеүек. Ҡарсыҡ һыйырын һауып урманға ҡыуҙы ла эше лә бөттө. Тауыҡтарға ем һалаһы, Көтөйөн һыйлайһы юҡ хәҙер.

Өйгә инеп сәй ҡуйҙы, ләкин тамағына бер ни ҙә барманы. Ишеген бикләп урамға уҡ сығып китте. Әҙерәк эсен бушатып килергә уйланы. Күрше йәшәгән Фәриҙәләргә инде :

Уныһы ишектән үк һөйөнсөләп ҡаршыланы :

- Зәлифә инәй, һинең теге ағыҙып ебәрҙем тигән Көтөйөң ҡайтҡан бит.

- Нисек инде ҡайтҡан ? – Ҡарсыҡ аптырашлы ҡарашын күршеһенә төбәне.

- Эйе, ҡайтҡансы, беҙҙең бәрәңге баҡсаһында тик ултырасы.

Зәлифә әбей күршеһен тыңлап та бөтмәй әйтелгән урынға эләгә-йығыла йүгерҙе. Ысынлап та унда Көтөйө ултыра ине.

Әбей аҙымын әкренәйтә төштө, һөйләнә-һөйләнә көсөккә яҡынлашты, аныһы ҡурҡып арҡа сигенде.

Тик Зәлифә әбеәҙең : “Көтөй, Көтөй, ҡурҡма инде әйҙә ҡайт, башҡа улай итмәм” тигән яғымлы һүҙҙәрен ишеткәс, бер аҙ һағайҙы, ҡойроғон йән-яҡҡа болғарға кереште.

- Кил бында, кил, әйҙә ҡайт инде, ҡайт!

Ул эттең эргәһенә үк килеп, ипләп кенә башынан һыйпаны. Тороп өйө яғына ыңғайланы. Көтөй ҙә әүҙем генә әбейгә эйәрҙе.

Әбей уны иркәләй-иркәләй йылы аш менән һыйланы. Ошо көндән алып улар ҡабаттан элеккесә дуҫ йәшәй башланылар. Көтөй нисектер элеккесә шаянлығын юғалтты, йыуашланып уҡ ҡалды.

Шулай бер-береһенә оҡшап көндәр үтә торҙо. Ер йөҙөнә аҡ ҡар яуып үтте. Бөтә тирә-йүн аҡҡа күмелде. Көтөй эт ҡорона тулды.

Ошолай күңелле генә йәшәп ятҡанда бер хәл булды.

Таң һыҙылып килә ине инде. Зәлифә әбей дарһылдаған тауышҡа уянып китте. Йөрәге берәй хәл булғанын һиҙҙереп тулап ҡуйҙы. Аяғына ҡуңалта ғына быймаһын эләктереп, шәлен бөркәнеп тышҡа сыҡты.

Көтөйөн саҡырҙы, ояһында ла юҡ ине. Яңы яуған ҡарҙағы эҙҙәр уны урам тышына илтте. Ҡапҡаны асҡас үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Ап-аҡ ҡар өҫтөндә һуҙылып ҡына Көтөйө ята, эргә-тирәһе ҡып-ҡыҙыл ҡанға батҡан. Ул эте эргәһенә тубыҡланды, этенә ҡапланып, тын ғына һыҡтап ебәрҙе.

-Кемгә генә зыяны тейҙе икән меҫкен эттең. Ҡарғыш алып йөрөүселәр, нисек һеҙгә оят түгел?!

Эттең һыуына башлаған тәненә әбейҙең күҙ йәштәре тамсыланы. Үле эттең шырт йөнөн ипләп кенә һыйпаны ла һыйпаны әбей.

Әбейгә был ваҡытта гүйә тормош туҡтап ҡалғандай тойолдо. Тиҙҙән бәрәңге баҡсаһында уба хасил былды.

Ә әбейҙең тормошон тағы ла ҡот осҡос яңғыҙлыҡ упҡыны йотто

Кем ғәйепле?
Кем ғәйепле?
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас