

Гөлбикә Һөйәрғолова
ОНОТМАМ ҺИНЕ
ҺИНЕҢ БӘХЕТЕҢ МИНЕҢ ҠУЛДА.
Мин инде был төҙөлөш компанияһында ике йыл эшләйем. Килгәндә үҡ, яҙмыш миңә йылмайҙы тиһәм дә була. Сәркәтип талап ителгәс барған инем, документарым хужаға оҡшаны. Шулай итеп икенсе көндә үк мин эш башланым. Тик сәркәтип түгел, ә хужаның ярҙамсыһы булып. Был уңыш, Хоҙайҙың бүләгеллер тип ҡабул иттем дә ҡурҡһам да ең һыҙғанып эшкә тотондом. Әйткәндәй хужамдың исеме Нәсир. Тәүҙәрәк исеме нисектер ҡыҙыҡ тойолдо. Атаһы Низам булып сыҡты. Шулай мин Нәсир Низамовичтың уң ҡулы. Бер бүлмәлә тейерлек ултырабыҙ, тик өҫтәл араһын үтә күренмәле быяла стена ғына бүлә. Беҙҙең төп эш ҙур, уңайлы сауҙа үҙге төҙөү. Офистағы эшселәр үҙ-ара бик татыу, күбеһенсә ир-егеттар. Ҡатын-ҡыҙҙар бар, тик әҙ.
Бөгөн шул хәтлем эш ҡуп булды, хат та баш ауырта башланы. Етмәһә банкет. Йәш архитектор малайын йыуҙыра. Бармаһаң уңайһыҙ. Барып ҡына ҡотлайым да ҡайтып ятам тигән уй менән зал яғына юл тоттом. Зал икенсе каридор осонда ине. Ҡапыл кофе бүлмәһенең ишеге асылып мине кемдер йән көскә ҡараңғылыҡҡа һөйрәне. Аңыма ла килеп өлгөрмәнем, кемдер иренемдән үбергә кереште.
- Теймә! Ебәр! Мин унан айырылырға теләп артҡа сигендем. Тик көслө ҡулдар мине ҡосағынан ысҡындырырға уйламай ине.
- Ебәр! Артҡа сигенә торғас һалҡын стенаға барып терәлгәнемде аңланым. Тора бара ҡараңғылыҡҡа күҙ ҙә өйрәнде. Нәсир???? Йөрөк табанға төшкәндәй тойолдо. Йөрәгемде ҡурҡыу сорнап алһа ла мин быны уға һиҙҙермәҫкә тырыштым.
- Туҡтағыҙ Нәсир Низамович! Мин уның ҡулдарын алырға тырыштым. Ә ул һаман ҡайнар ирендәре менән яланғас муйынымдан үбә ине. Ул минем ҡаршылашыуыма иғтибар ҙа итмәй үбеүен, һәрмәүен дауам итте. Тора-бара минем туҡтауһыҙ ҡаршылышыуым асыуына тейҙе күрәһең. Йәшен тиҙлегендә ике ҡулымды ла ҡайырып артҡа шаҡарҙы.
- Нәсир Низамович, ебәрегеҙ, үтенәм!
- Ҡурҡма Альбина! Тик кенә тор. Шул һүҙҙәрен ишетеү менән таға ла ҡаршылашырға маташып ҡараным, тик ул бөтә көсө менән мине ҡыҫып тота ине. Тәҙрә аша төшкән яҡтылыҡтан уның йөҙө күренеп ҡалды. Мине көсләп ҡыҫып тотоуынан йыш-йыш тын алыуҙары ҡараңғы бүлмәнең тыныслығын боҙҙо. Уның алйыған ҡарашын күрмәҫ өсөн бар көсөмә ҡарашымды йәшерҙем. Ул быға риза булманы ахры. Ике ҡулы менән дә башымды көсләп үҙенә бороп маңлайын минең маңлайыма терәп күҙҙәрен төбәне. Нимә уйлағанымды белергә теләне ахры. Уның үтә текләгән ҡарашына оҙаҡ бойһоноп тора алмай, ирекһеҙҙән күҙҙәремде йомдом. Ә ул шуны ғына көткәндәй тағы ла һөлөк кеүек ирендәремә йәбеште. Мин тағы ла уны үҙемдән айырырға, башымды борғоларға унан иренемде айырырға тырышам. Ул үбеү менән генә ҡәнәғәтләнмәй муйын буйлап төшөп кофта төймәләрен тиҙ-тиҙ ысҡындыра башланы. Ярай әле ҡулдарын тотоп өлғөрҙөм.
- Тынысланығыҙ! Тынысланығыҙ! әйҙә һөйләшәйек! Был һүҙҙәрем нисек булһа ла уны икенсегә әүрәтеү ине. Ул мине ҡасып китмәҫлек итеп ҡулдарымды бергә тотоп, үҙе бер ҡулы менән туҙраған сәстәремде битемдән ситкә һыпырҙы. Ә үҙе ас ҡараштар менән ҡарап.
- Һин тыныслан - тыныслан тигән һайын, һин минең теләкте арттыраһың. Альбина мин бит һине теләйем! Ниңә һин шуны аңламайһың?
- Ярамай, һеҙҙең бит ҡатынығыҙ бар.
- Ул бит бында юҡ.
- Булмаһа ни. Мин һаман да ҡаршылашыуымды дауам иттем.
- Альбина, мин бит һинең эргәңдә тыныс ҡына тора алмайым. Ул был һүҙҙәрен иҫбатлағандый тағы ла һөжөмгә күсте. Был юлы инде бөтә тәне менән мине стенағы ҡыҫып юбҡаны сисергә тырыша башланы. Шул ваҡыт башымдан “бөттө, эләктем” тигән уй үтте һәм үҙемдә һиҙмәҫтән
- Мин һиңә быны бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәкмен –тип ҡысҡырғанымды аңланым. Тынлыҡ. Ара тирә икебеҙҙең йыш-йыш тыналған тауыш ҡына ишетелеп ҡала. Ҡорбанын
ботарлап ташларғә әҙер булған йыртҡыс кейәфәтендәге кеше лә туҡтап ҡалды. Аңына килде ахры. Ҡурҡыуымдан торған урынымда ҡатып ҡалдым. Бары тик уның ҡайнар тыны маңлайыма ҡағылғанын ғына тоям. Хәҙер нимә булыр, нисек бынан ысҡынырға тигән уйҙар борсой башланы һәм уның ҡосағы бушағанын һиҙеп бөтә асыуым менән уны этеп ишеккә ашыҡтым. Бына яҡтылыҡ. Бар теләгем был ишек янынан тиҙерәк китергә ине. Тик бына аяҡтарым ғына үҙемә бойһонмаған төҫлө. Ҡурҡыҙан ҡалтырай, быуыным тотмай. Йә хоҙай ҡотолдом! Тиҙерәк, тиҙерәк китә һалыр кәрәк был ишек янынан, юҡһа кире һөйрәп аласаҡ бит. Нишләп мин? Бүтән ҡатын-ҡыҙ бөткәнме?
Әҙерәк хәл алғас былай ойпаланған көйө кешегә күренүҙән ҡурҡып аҙымымды шәбәйттем һәм тап шул ваҡыт та көтмәгән дә икенсе ишектән сығып килгән йәш инженер егеткә төкөнөм. Ул минең йүгереп үтеп барғанға аптырап.
- Альбина ней булды? ул минем артымдан эйәрергә уйлағаны ла, туҡтап ҡалды. Ул да бит инде күптән артымдан йүгерә, осрашыуҙарға саҡыра, бүләктәр тотоп килә. Тик минең генә күңелем ятмай. Бер яҡтан ҡараһаң итәғәтле, тәртипле. Ҡалайтайым инде оҡшамағас.
Низамович бәйләнгәндән һуң битемә буялған помаданы һөртөп, макияжымды, өҫ-башымды рәтләгәндән һуң ҡайтырға йыйындым. Был эштә бер минут та торғом килмәй ине. Кем? Кем ул шул хәтлем мине ҡараңғыға һөйрәп бәйләнергә. Кем ул шул хәтлем минең ризалыҡһыҙ миңә ҡағылырға. Минең дә үҙ ғорурлығым бар. Кем менән йөрөргә, кемде теләргә хаҡым бар. Ә уның теләге буйынса түгел. Ярһыуымдан йөрәгем күкрәгемә һыймай тибә, һулаған һауам үпкәмә һыймай ине. Бар офесты яңғыратып илағым, йән көсөмә асыуымдан аҡырғым килде. Тик ярамай! Күҙ йәшен күрһәтергә ярамай! Өйҙә рәхәтләнеп, күңелем булғансы илармын, тик бында түгел. Күп ҡалманы. Ҡотолам алла бирһә! Иртәгә үҡ эштән китергә ғариза яҙам. Шул уйҙарға бирелеп коридорҙан шәп-шәп атлап китеп барғанда артымдан исемемде әйткәнгә әйләнеп ҡараным. Миңә ҡарай өлкән инженер Әхәт ағай Нуриевич килә ине. Шунда уҡ көйәләнгәнемде һиҙҙе ахры. Ғәҙәттәгесә килеп ҡосағына алып туҙраған сәстәремдән һыйпаны. Бына-бына түгелергә торған күҙ йәштәре үҙенән үҙе ағырға тотондо. Әйтерһең дә Әхәт ағайҙың йәлләүен генә көткәнмен.
- нимә булды? Ул тыныс ине.
Яуап бирергә уңайһыҙланғанды аңлағас төпсөнөп торманы. Туҡтауһыҙ ҡалтыранған тәнемдән, һүҙһеҙ аңланы. - Сабыр ит! такси саҡыртам – тип телефонынан номер йыя ла башланы. Мин бер минутта түҙеп торорға теләмәй инем. Шуға сумкамдан машина асҡысын эҙләргә тотондом. Хәйерсегә ел ҡаршы, аныһы табылмай ҙа ҡуя. Асҡысты сығарғанымды ҡарап, көтөп торған Әхәт ағый оҫта ғына ҡулымдағы асҡысты тарты ла алды. Мин аңламай уға ҡараным.
- Иртәгәгә тиклем миндә булыр - тип асҡысты костюм кәҫәһенә һалып та ҡуйҙы.- Был хәлдә руль артына ултырмайһың. Такси менән ҡайт.
- Әхмәт ағай бииир инде, матур ҡайтып етәм. – тип үтенеүем дә бушҡа ғына булды.
Һаманда мыш-мыш танау тартыуымды күргән инженер ағай мине ҡосағына алып атайҙарса арҡамдан һөйөп, тынысландырырға тырышты. Таксиға ултырғас, ишекте ябыр алдынан “көйәләнмә, ныҡ бул!” тип тороп ҡалды. Машина эсендә тағы ла үҙ уйыма бирелдем. Әхәт ағай эргәлә булғанда күңелгә нисектер тыныс ине. Ул нисектер мине бөтө бәләнән һаҡлаған кеүек. Ә был хужаға нимә етмәй? Зифа ҡайын кеүек матур ҡатыны бар, туп шикелде ике балаһы үҫеп килә. Етешлектә йәшәй, һәйбәт эштә эшләй. Тағын нимә кәрәк? Ә нимәгә ул мине һайлаған? Артынан йүгергән Эльзаны һанға һуҡмай миңә йәбешә. Ғашиҡ иттерәм тип уйлағаным да юҡ бит, сәбәп тә бирмәнем. Тыныс ҡына эшләй бирәм. Бер йыл буйы иғтибар биреп, комплименттар әйтеп йөрөнө. Хатта был турала бөтә офес эшселәре лә һиҙенә ине. Арттан ғәйбәт һөйләүселәрҙә булманы түгел. Ошоғаса хужаның бәйләнгәне юҡ ине. Шулай ҙа теләге булғандыр, сөнки ҡайһы саҡ сәйер ҡараштарын һиҙә инем. Ошоғаса минем “юҡ” тип әйтеүем уға закон ине. Шуның өсөн дә мин уны кеше булараҡ хөрмәт итә инем. Ә бөгөн нимә булған һуң уға? Хайуан кеүек ҡыланды. Ахырҙа түҙемлегенең сиге булды...
2
Иртәгә эшкә бармаясағымды яҡшы белгәс, йоҡом туйғансы йоҡлап кистән әҙерләгән ғаризамды тотоп эшемә киттем. Хәҙер элекке эшем була инде. Офесҡа ингәс барыһы ла сәйер ҡараған һымаҡ тойолдо. Бәлки минең эшкә һуңлап килеүемә аптырағандарҙыр. Сөнки улар бит өйрәнгән минемң эшкә беренсе килеп ултырыуыма. Уртаҡ ишеккә еткәс үҙемдең өҫтәл яғына күҙ ташлап алдым, өҫтәлдә ниндәйҙер ҡағыҙҙар туҙрап ята. Моғайында берәй документ эҙләгәндер тип уйлап хужа бүлмәһенә үттем.
- Һаумыһығыҙ Нәсир Низамович. Ул өҫтәл алдында ултырған көйө тәмәкеһен көйрәтә ине.
Ҡыҙыҡ, мин булғанда ул бүлмәлә тәмәке тартмай ине. Уны күреү менән аяғым үҙенән үҙе ҡалтырай башланы. Ул хәҙер миңә башын күтәреп ҡарар ҙа, йыртҡас арыҫлан кеүек өҫтөмә ташланыр кеүек. Минең тауышымдан ул компьютерынан башын күтәрҙе. Бер ниҙә булмағандай.
- Оҙаҡ йоҡлайһың Альбина, кисәге объекттың заключенияһын тапманым.
Ул хәбәрен һөйләй һөйләй тәҙрәһен асып тәмәке төтөнөн елләтә башланы. Тимәк минең өҫтәлдән заключения эҙләгән. Бирәм мин һиңә хәҙер заключения тип уйлап та өлгөрҙөм, күңелем нәфрәт менән гөлт итеп ҡабынды. Ишек төбөндә ҡыбырларға ҡурҡып торған еремдән шарт-шорт баҫып ғаризамды шартлатып алдына һалдым.
- Мин эштән китәм! Бына ғаризам.
Ул үҙен тыныс тотто. Яйлап барып үҙ урына ултырып ғаризанан күҙ йүгертеп үткәс. Ҡабаланмай ғына ҡағыҙ битен дүрткә йыртып өҫтәл ситенә ырғытты.
- Бөгөнгә ял ит Альбиночка, ә иртәгә эш урыныңда ваҡытында бул!
- Мин эшкә сыҡмайым, көтмәгеҙ.
- ә мин һине ебәрмәйем, эш хаҡыңды ла бирмәйем. Һәм шуны бел! Йөҙө үҙгәрҙе. Икенсе эшкә китәм тиһәң, я тебе везде кислород закрою, так что уйла! Заключения ҡайҙа? Уның һуңғы һүҙенә иғтибар итеп тормайса.
- Һеҙҙең хаҡыҡыҙ юҡ мине көсләп эш урынында тоторға. Указ бирергә һеҙ миңә бер кем дә түгел! Һуңғы һүҙем уны тамам сығарынан сығырҙы кеүек. Ултырған еренән ҡапыл тороп асыулы ҡараш менән миңә төбәлде. Был ҡараштан өҫтөмә эҫе һыу һибелгәндәй булды.
- Ҡасан да булһа, мин һиңә кемдер буласаҡмын! Ул был һүҙҙәрҙе шул хәтлем ышаныслы итеп әйтте, хатта әйтер һүҙемде лә оноттом. Алай ҙа ҡапыл докумен иҫкә төштө.
- заключенияңды үҙең тап!-тип әйтеп булмәнән сығып коридорға юл тоттом. Шул саҡ артта нимәнеңдер стенаға һуғылып сәлпәрәмә килгәне ишетелеп ҡалды.
Офистың ишегенән сыҡҡанда “эшкә барыбер сыҡмайым” тип уйлап сығып киткән инем. Өйҙә тынысландым. Төрлө яҡтан уйланым. Был хайуан ысынлап та аҡсаны бирмәһә. Яңы алған машинаның кредитын туләй алмаясаҡмын. Ярай берәй ай ниск тә булһа ла түләрмен. Ә ҡалған айында нисек булырға? Тағы ла фатирға аҡса ҡайҙан табырға? Әсәйемә лә аҡса бирәм тип вәғәҙә иткән инем. Етмәһә илдә кризис, эш юҡ. Ҡайҙан йәһәт кенә аҡсалы эш табам мин.
Икенсе көндө бөтә йәнем менән эшкә барғым килмәһә лә эшкә сығып эшләй башланым. Яңы заказ алдыҡ. Был юлы ҡунаҡхана төҙөйбеҙ. Был беренсе ҙур заказ ине. Шуға күрә барыһы ла мәж килеп эшкә сумды. Кемде ҡарама ҡағыҙҙарын тотоп, папка ҡосаҡлап йүгерешәләр. Беҙҙән дә кеше өҙөлмәй ул килә, был китә. Эштең күплеге ҡайһы саҡ ҡыуандыра мине. Теге кис ваҡытлыса булһа ла иҫтән юйыла. Оноторға ла ваҡыттыр инде. Ярты йыл үтте бит инде. Ни тиһәңдә бер бүлмәлә ултырабыҙ. Эш буғас аралашмай булмай. Шулай булһа ла мин бик уның территорияһына сыҡмаҫҡа тырышам, бары тик эш буйынса ғына. Һүҙем дә шул эш буйынса ғына ҡушыла. Әйткәндәй хужам миңә ҡайһы саҡ ҡарап-ҡарап ала. Әйтерһең дә ҡарашы менән өтөп ала. Шулай ҙа яҡын килергә баҙнат итмәй. Онотто мине тип уйлаһаң улай ҙа түгел. Йыш ҡына өҫтәлемә сәскәләр ултыртып ҡуя. Тәүҙәрәк бирләнеп күҙенең алдында сүп биҙрәһенә ташлай инем. Хәҙер инде иғтибар
итмәйем.Ултырамы ултыра, әйҙә ултырһын. Иҫкерһә генә ташлайым. Ә иртән килеүгә тағы ла яңы сәскәләр. Тик бына икенсе ир - егеттәрҙе яҡынлатмаҫҡа тырыша. Шоколат йә берәй нәмә бүләк итһәләр, мин күрмәгән арала алып китә. Йә бүләкте бөтөнләй күрмәй ҙә ҡалам. Шулай мин уға иғтибар итмәҫкә тырышып эшләй бирәм. Ә бер көн, кис, көтмәгәндә өйгә кассыла эшләгән апай тейешле кеше килде. Ҡыйбатлы вино, күстәнәстәр тотоп килгән. Ҡунаҡҡа килеүен: эс серен сисеү менән, һөйләшеп ултырыуға кеше булмауы менән аңлатты. Әллә ысынлап та шулай ине, әллә хужа ебәргән, уныһы миңә хәҙергәсә сер булып ҡалды. Шул виноны уртлап ултырғанда һүҙ артынан һүҙ китеп ҡатын былай тине.
- Эх Альбиночка! Һин бына юғалып йөрөйһең. Ә һин бит күптән инде машинаңдың кредитын ҡаплай ала инең.
- Нисек? Минем ҡыҙыҡһыныуым арта төштө.
- Офистағы күп кенә ирҙәр һине оҡшата. Һинең артыңдан кетеүе менән йүгерәләр тип әйтһәң дә була. Нәсир Низамовичты ғына алайыҡ, ниндәй ир. Эх...
Хужаның исемен ишеткәстә ҡүҙ алдарым ҡараңғыланғандай булды, күҙ асып йомғансы теге кис күҙ алдынан видео таҫма кеүек үтте. Әллә вино шәлкеме тейҙе. Көтмәгәндә.
- Мин уның менән йөрөмәйем! Тип әйтеп ысҡындырҙым.
- Да лаодно Альбиночка! Вис офис белә бит инде. Бушҡа ул һине бернсе көндән үк эргәһенә ултыртҡан тейһеңме.
Минем мейелә бер туҡтауһыҙ уйҙар бутала башланы. Тимәк ул алдан планлаштырған. Фужерындағы виноны эсеп ҡуйғас апай тағы һүҙ башланы.
- Йөрөмәһәң, беләһеңме һин кем?
- Кем?
- Дура! Настоящая дура.
- Рәхмәт.
- Юҡ һин үсекмә. Һин матурһың, йәшһең, буйҙаҡһың. Ә ирҙәргә нимә кәрәк? Шул һинең матурлығың. Һинең йәшлегең. Ә һинең йәшлегең “визитная карточка” булырға тейеш.
- Нисек инде ул?
- Бына мин һинең кеүек саҡта бер ир менән йөрөнөм. Ул да шул директор ине. Өйләнгән.
- Өйләнгән?
- Әйе өйләнгән! уға нимәгә иҫең китә. Уның ваҡыты булғанда ғына осраша инек. Икәү генә белгән мөхәббәт ҡыуышыбыҙ ҙа булды. Вооот. Мин уға үҙемде бирҙем, ә ул уның урынына мине ҡарыны. Шәшке тундар алып кейҙерҙе, сифатлы итектәр ала ине. Көнөнә тотоноуға ғына ике мең аҡса бирә ине. Эх булды йәш саҡтар. Үҙеңде дөрөҫ күрһәтә белһәң улар бит бөтә аҡсаларын сығарып һалырға әҙерҙәр. Так что уйла!
Сығып барғанда “визитная карточка” тураһында тағы ла иҫләтеп ҡайтып китте. Ошоғаса хөрмәт итеп, һөйләшеп көлөшөп йөрөгән апайға ниндәйҙер сирҡаныс тойғоһо уянды ла ҡуйҙы. Ишетеп белә инем инде, уның ниндәй визитная карточка булып йөрөп беҙгә килеп эләккәнен. Хәҙер ирһеҙ яңғыҙ ҡыҙ үҫтерә. Ниндәй “банк”тан икәнен үҙе лә белмәй ахры. Визитная карточка фәхишәнән нимәһе менән айырыла инде? Бары тик культурный фәхишәгә генә әйләнә түгелме?...
3
Тормош дауам итә. Үткәндәр яйлап онотола бара. Хужам алдындағы элекке ҡурҡыуым да баҫыла төштө. Тик күңел генә бына нисектер китек. Әллә яңғыҙлыҡтан, әллә ярата белмәүҙән. Болондағы сәскәләр кеүек ир-егеттәр күп, тик бына күңелгә ятҡаны ғына юҡ. Ә бит шундай һөйгән йәрең булһа ине ул. Күҙҙәргә ҡарау менән һине ярты һүҙҙән аңлағаны. Һине өҙөлөп һөйөп бар бәлә - ҡазанан һаҡлағаны. Һинең өсөн йән атҡаны. Ә һалҡын кистәрҙә ҡайнар ҡосағына алып бөтә тәнемде йылытҡаны. Тик ундайҙар юҡтыр, әллә бары тик мин генә күрмәйем. Ирҙәргә ҡарата тыуған нәфрәт менән күҙҙәрем
томанланған ахры. Нәсир Низамовичҡа килгәндә инде. Бер ниндәй ҙә оҡшаған ере юҡ. Уртаса буйлы, киң яурынлы. Етди ҡарашлы. Ысынлап та уның ихлас йылмайғанын ошоғаса күргәнем юҡ. Гел-генә үҙгәрмәгән бер йөҙ. Ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡараған ҡараш. Уның ҡарашын үҙемдә тойған ваҡыттарҙа умыртҡа һөйәге буйлап һалҡын йүгерә. Нимә уйлағаныңды үтәнән-үтә белгән төҫлө. Бушҡа ғына бөтә эшселәр уның алдында аяҡ осонда ғына йөрөмәйҙер. Уның атлауы ғына ни тора. Шул хәтлем ышаныслы аҙымдар менән алға атлай, юлында осрағандарҙы тапап үтеп китер төҫлө. Бәлки был бизнеста үның кеүек булырға кәрәктер ҙә. Бизнес ҡәғиҙәләре бит аяуһыҙ. Йә һине, йә һин уларҙы. Нәсир Низамович кеүек етәксе булғанға ла был офес уңыштарға өлгәшәлер тип уйлап ҡуям мин ҡайһы ваҡыт. Эшселәрҙең әйтеүе буйынса мин килгәндән һуң ул ныҡ үҙгәргән. Ҡыҙыҡ, элегерәк ул ниндәй булған икән?...
Ҡайһы бер ҡыҙыҡһыныуым тыңғы бирмәй буш ваҡыттарым да быяла стена аша хужамды күҙәтәм. Уның шул хәтлем документтарҙы иғтибар менән ҡарауын, йә компьютерҙа эшләүен, тәмләп кофе эсеүен. Бүлмәһе буйлап улай былай йөрөгәнен. Шундай ҡая таш кеүек кешенең йөрәгендә нимә? Нимәләр уйлай? Ҡыҙыҡ, миңә белдергән һөйөүе ысын микән? әллә тик мине үҙенеке итер өсөн генә тырышамы? Бер яҡтан ҡараһаң был ҡаты бәғерле кешенең йөреге лә йәне лә юҡ һымаҡ. Шуға күрә һөйөү тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ул бит кеше кейәфәтендәге робыт, йәки дошманын өҙгөләп ташларға әҙер булған йыртҡыс.
Шулай бер уның яғына текәлеп уйға батып ултырғанда Низамовичҡа икенсе фирманың хужаһы килде. Бына улар араһында ҡаты бәхәс ҡупты. Ике хужа ла үҙҙәрен ныҡ тоторға тырышһа ла тауыш күтәрелгәндән күтәрелә ине. Ишетелеп ҡалған һүҙҙәрҙән объекттың терреторияһы тураһында бәхәс ҡупҡаны аңлашылды. Теге килгән хужа урынында ултырып сыҙамай тороп китә лә ҡулдарын һелтәй – һелтәй ниндәйҙер дәлилдәр килтерә башлай. Йөрөп тә сыҙай алмағас кире урынына ултыра. Ә был ваҡытта беҙҙең хужа ҙур креслаһының артына һөйәнеп тыныс ҡына гәйепләүсеһен тыңлай. Был эш миңә лә ҡағылғас, бәхәскә ҡолаҡ һалып ултырам. Үҙем шул арала сәркәтипкә бәхәсте туҡтатыр өсөн документтар индерергә ҡушам. Бына модель кеүек оҙон буйлы, нескә билле матур кейенгән сәркәтип Эльза, дакуменнтар менән инде. Асыуынан ярһып килгән хужа ҡыҙҙы баштан аяҡ ҡарап яңағын һыйпаштырып ҡуйҙы. Ә Эльзаның Низамовочҡа ҡарата күҙҙәрендә осҡондар ялтырағаны күренеп тора. Ул Низамович эргәһенә килеп алдына документтарҙы һалғандан һуң кәрәкле биттәрҙе асып бирҙе. Үҙе шул ыңғайҙан блулзҡаһаның асығыраҡ еренән күкрәктәрен күрһәтергә теләгәндәй эйелеңкерәп оҙон буялған тырнаҡтары менән кәрәкле бүлекте күрһәтә. Ҡарап тороуы хәшәрәт. Шул ваҡыт үҙемде ниндәйҙер тойғо сорнап алғандай булды. Бәй миңә ней булды, йөрөһен әйҙә үҙенә шулай оҡшағас. Сәркәтип сығып китеү менән Низамович минең яҡҡа ҡарап йылмайҙы, йәнәһе ҡотҡарҙың. Уның беренсегә йылмайғанын күрепме үҙем дә һиҙмәҫтән йылмайыуына йылмайыу менән яуап бирҙем. Һәм шунда уҡ үҙемдең ни ҡыланғанымды аңлап ҡолаҡ остарыма хәтлем ҡыҙарынғанымды күрһәтмәҫ өсөн компьютерға ышыҡландым. Йәнәһе эш менән булам. Үҙем күҙ сите менән генә һаман тегеләрҙе күҙәтәм. Документтарҙы икәү ҡарап сыҡҡандан һуң килгән хужа йөҙөндәге асыуын күрһәтмәҫкә тырышып Низамочҡа ҡул биреп килешкәндән һуң шәп-шәп атлап сығып китте. Оҙаҡ та үтмәне Низамович быяла стенаға сиртеп сығырға ымлап баш һелкте. Мин йыйылышҡа сыҡыралыр тип документтарға ынтылғанда.
- Документтарыңды ҡалдыр! – тигән бойроҡ ишеттем.
- Нимәгә? Йыйылыш түгелме ни?
- Юҡ, Альбина. Ул бышылдауға күсеп. – Ашап киләйек әле, ыңғайҙан конкурент тураһында һөйләшербеҙ. Мин бик ашағым килмәһә лә ризалаштым, сөнки хужа ҡуша.
Эргәләге генә кафеға барабыҙ икән тиһәм Нәсир Низамович ресторанға алып китте. Һөйләшеү бик ҡаты булыуға оҡшай.
Был эш миңә бөтә яҡтан да оҡшай, тик бына Низамович менән икәүҙән икәү генә ҡалыу оҡшамай. Сөнки үҙемде иркен тота алмайым һәр – бер тын алышымды ла контролдә
тотҡан кеүекмен.Шуға был юлы ла ҡарашымды ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырандым. Ярай әле эш тураһында һөйләшеп ваҡыт уҙҙы. Кире эшкә барған да инде хужамдың кәйефе шәп булды. Хатта машинала уйнаған көйгә ҡушылып бармаҡтарын тыпырлатып барҙы. Уны шулай күреү минең өсөн ҡыҙыҡ ине. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуым һиҙелмәһен өсөн тәҙрә аша ҡала урамдарын күҙәтеп китеп барам.
- Альбина, мин һиңә саҡ ҡына булһа ла оҡшайыммы?
Был көтөлмәгән һорауҙан мин телһеҙ ҡалдым. Минән яуап ала алмағанын аңлап ул тыныс ҡына. – Нимәм менән оҡшамайымдыр мин һиңә, аңламайым. Ошо һүҙҙәрҙән һуң ҡапыл ғына машинаһын юл ситенә бороп туҡтаны. Мин сайҡалып китеүҙән ҡурҡып уға ҡарап ҡатып ҡалдым. Унан нимә көтөргә белмәй инем. Ул ҡарашымды һиҙеп минең яҡҡа боролоңҡырап ултырып алды.
- Нишләп һин минең менән булырға ризалашмайһың?
Ул тура күҙҙәремә ҡарарға тырышты. Уның яңырыҡ ҡына булған шат кәйефе йөҙөндә күренмәй ине.
- Нәсир Низамович, һеҙ бит өйләнгәнһегеҙ.
- Булһа ни. Икенсе ҡатыным булырһың. – Үҙ ҡолаҡтарыма үҙем ышанмай ҡүҙҙәренә ҡараным. Ысынды һөйләйме ул? Ул шуны ғына көткәндәй сәсемдән һыйпарға ҡулын һуҙғайны минең ҡаршы икәнемде күреп ҡулын кире алды. Ә үҙе бер туҡтауһыҙ йөҙөмә ҡарап.
- Альбиночка әгәр риза булһаң теләгәнеңде аяҡ аҫтыңа һаласаҡмын. Мин бит һинһеҙ йәшәй алмайым. Көн дә эш көнөн көтөп алам, аңлайһыңмы һине көтөп алам бит мин!
Уның йөҙөндәге етдилеге ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты. Ә уның урынына ялбарыулы, мөхәббәт тулы ҡараш миңә ҡарай ине. Шул ыңғайҙан уның күҙҙәренең көрән һоро икәнен абайлап ҡалдым. Йөҙөндәге үҙгәреште күҙәтеп ултырғанда Низамович баҙнатһыҙ ғына мине үбергә ынтылды. Уның йөҙө миңә табан яҡынайғандан - яҡыная бара. Мин ни эшләргә белмәй утырған еремдә ҡатып ҡалдым, ғүйә тын алыуыҙан да туҡтаным. Бына уның йылы тынын үҙемдең битемдә тоям. Ә ул үбергә ашыҡмай, берсә ирендәремә берсә күҙҙәремә ҡарап ала. Ризалыҡ көтә ахры. Уның ирендәренең йылыһын ирендәремдә тойғас ҡына ҡапыл аңыма килгәндәй булдым һәм башымды ситкә борҙом. Ирендәренең йылыһы сикәмдә генә эҙ ҡалдырҙы.
- Ярамай.
- Нишләп Альбиночка?
- Ҡатының бар.
- Әй, һин гел шулай тейһең дә тораһың инде ул. Ул был һүҙҙәрҙе көлөмһерәп әйтте лә - Альбиночка, ә бит мин һиңә оҡшайым! – тип йылмайып ҡуйҙы.
Нахал, бигерәк әрһеҙһең тип уйлаған килеш уға ҡараным. Ә уный йөҙө ошо ваҡытта шул хәтлем наҙлы күренә, ә ҡараштары осҡондар сәсә ине. Тап ошо ваҡытта үҙ ғүмеремдә беренсегә уны ҡосаҡлап һөйгөм килде.
Бына ауыр өс йылдан һуң ҡунаҡханыбыҙҙа тапшырыла, бөтә кәрәк документтар әҙер. Тик хужаның ғына ҡул тамғаһы етмәй. Эштең һуңғы нөктәһе тигәндә генә Низамович больничныйға китте. Тиҙҙән бер аҙна була инде. Ә ул һаман юҡ та юҡ, борсола ла башланым. Ҡул тамға ла кәрәк. Уңың уң ҡулы булараҡ бар мәғлүмәтте телефон аша биреп торам, кәңәштәр һәм бойороҡтар алам. Барыһы ла эш буйынса ғына тик бына һуңғы бойороға мине тынысһыҙландырҙы. Ауырыу сәбәпле документтар менән өйөнә барыуҙы һораны. Барыуы ауыр булмаҫ. Тик бына өйөнә әллә нисек уңайһыҙ. Ҡатыны Наҙгөл алдында ғәйебем булмаһа ла, үҙемде ғәйепле итеп тоям. Сөнки Нәсир бит һаман ҡалмай артымдан йүгерә, һөйөүен белдерә. Шул платоническый мөхөббөте менән ыҙа сигә. Ҡатыны бәлки иренең миңә ҡарата һөйөүен белмәйҙер ҙә. Ә миңә уңайһыҙ. Белгән кеүек, миңә текләп ҡараған кеүек. Наҙгөл үҙе шундай һәйбәт ҡатын ул.Күрешкән дә лә ихлас йылмайып күрешә. Өйөндә уңған ҡатын, балалрына яҡшы әсә. Тулыһынса әйткәндә булдыҡлы аҡыллы ҡатын. Барған һайын сәй эсермәйенсә сығармай. Барыу менән йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләй башлай, ә уның шундай хәстәрлеге миенем йөрөгемде телгеләй. Әй бахыр ҡатын-ҡыҙ яҙмышы. Белһә икән ул иренең миңә булған тойғоһон, миңә әйткән һүҙҙәрен. Барыһында белһә, бәлки өйөнә аяҡ та баҫтырмаҫ ине йәки ҡыуып сығарыр ине. Бер яҡтан уйлаһаң ҡыуып сығарһа яҡшыраҡ та булыр ине, исмаһам мин үҙемде хыянатсы итеп тоймаҫ инем.
Һәр ваҡыттағыса бөгөн дә уларға аяғым тартмай. Күңелем даулай. Әллә бармаҫҡа ла ҡуйырға, тигән уйҙарҙа булманы түгел, тик шул хужаның ҡул тамғаһы ғына мәжбүр итте.
Бына таныш ишек. Бар ҡыйыулығымды йыйып ҡыңғырау төймәһенә баҫтым. Ишек асылыуын оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Ниндәйҙер шат йөҙ менән Нәсир Низамович ишекте асты. Мин өйгә үтергә бик ҡабаланмағанымды күргән хужам.
- Сәләм Альбина! Үт әйҙә - тип ҡулымдан эскә тартты.
Мине халатта ҡаршылауына шикләнеп ҡарап ҡуйғанымды һиҙгәндәй хужа тиҙ генә аш бүлмәһенә йүнәлде һәм шунан – Альбиночка залға үтә тор мин хәҙер. Хужам шулай ҡушҡас бойһонмайынса булмай. Залға барып инеүем булды баҫҡан урынымда шаҡ ҡатып ҡалдым. Күн диван эргәһендәге бәләкәй өҫтәлдә ике кешелек өҫтәл әҙерләнгән, хатта май шәмдәр ҙә ҡабынған. Был күренештән һуң Наҙгөлдең өйҙә юҡлығын аңланым. Нәзирҙең эргәлә юҡлығын файҙаланып сығып китергә йыйынғанда ул юлыма төштө.
- Ҡайҙа киттең? Шул ваҡыт бирергә онотҡан документтарымды уға һуҙҙым.
- Бына әйткән документтар. Ул мине баштан аяҡ ҡарап сыҡҡандан һуң, йылмая биреп.
- Альбиночка, кул тамғаны ишек төбөндә ҡуймайҙар бит инде, залға үтәйек.
- Нәсир Низамович, мин ҡабаланам, бараһы ерҙәр бар.
- Туҡта, туҡта, ашыҡма. Әйҙә үтәйек, һөйләшәйек. Мин ана һинең өсөн өҫтәл әҙерләнем. Ул бар хәленсә яғымлы булырға тырышты.
- Нәсир Низамович, үтмәйем. Әйттем бит ҡабаланам тип. Минем ҡатыраҡ итеп әйткән һүҙем хужамдың асыуына тейҙе ахры. Ул ҡулымдағы документты алып иҙәнгә ташлағандан һуң минән аша ике ҡуллап стенаға таянды. Мин уның ҡул араһынан бер ҡайҙа ла китә алмағанымды аңлағас, тыныслана биреп.
- Альбина, мин һине һағындым.
- Низамович, ебәр! мин уның ҡулын алырға тырыштым. Ул гүйә миең һүҙҙәремде ишетмәне лә һөлөктәй ирендәремә йәбеште. Минең борғаланыуыма иҫе лә китмәй муйындан шашып-шашып үбә башланы. Уның ирендәре тәнемә ҡағылған һайын эҫе ҡуҙ менән өткән кеүек яндыра ине.
Мин һаман да унан айырылырға теләп тыпырсыныуым менән. – Ебәр! ҡысҡырам хәҙер – тиеүемә, ул – ҡысҡыр, ҡысҡыр һине барыбер берәүҙә ишетмәй һәм мине лә берәүҙә туҡтатмаясаҡ – тип мине билемдән эләктереп алып залға һөйрәне. Уның ҡулында сәпсек кеүек кенә булһам да бар көсөмә уның әшәке уйына ҡамасауларға тырыштым, тик
уның көсө менән минең көс бер түгел ине. Уны үҙемдән бер туҡтауһыҙ айырырға маташыуым уны бары тик ярһытты ғына. Бер туҡтауһыҙ сәбәләнеүемдән, ҡысҡырыуымдан тауышым ултырҙы, хәлем бөттө. Илауымдын күҙ йәше менән күҙҙәрем томанланды.
Уның йөҙө йыртҡыстыҡына әйләнде. Был ҡаты көрәшеүҙә һуңғы һалам да ҡотҡара алмағас, йыртҡыс ҡулына бирелмәйенсә сара ҡалманы. Ҡайҙалыр төймәләрҙең шытырлап иҙәнгә ҡойолоуы, блузкамдың шартлап йыртылыуы һәм тәнемде уртанан-уртаға ярып үткән ауыртыу тамам аңымды юйҙы. Ҡалғаны инде ҡуйы томан эсендә.
- Һин ҡыҙ? Ул ҡобараһы осоп миңә төбөлде. Дивандағы ҡыҙыл тапҡа ымлап, мин:
- Күреүең буйынса ҡыҙ. Боғаҙыма тығылған төйөнде көс хәлгә йотҡас – инем!- тип өҫтәнем. Нәсирҙең йөҙө күҙгә күренеп ағарҙы. Ул ҡапыл дивандан тороп улай-
былай туҡтамаҫтан йөрөргә тотондо. Аңламаным шул саҡ. Ҡурҡыуҙан шулай ҡыландымы әллә асыуы ҡабарҙымы? Ул йөрөүенән туҡтап.
- Ниңә әйтмәнең һуң? Мин аптырауымдан ауыҙымды асҡас. Урынһыҙ һорау
биргәнен аңланы кеүек. Мин өҫтөмдәге өҙгөләнгән кейемемде рәтләштереп ултырғанда ул ҡапыл алдыма килеп теҙләнеп ҡулдарымдан алмаш-тилмәш ҡабаланып үбергә тотондо. – Ғәфү ит һөйөклөм, рәнйеттем, сафлығыңа тейҙем. Ғәфү ит мине Альбиночка. Мин ғәйепле һинең алда. Беләм хайуандарса ҡыландым. Шулай ҙа һин дә мине аңла! Ул алдымда теҙләнгән килеш аҫтан өҫкә ҡарай ялбарыулы ҡараш менән ҡараны. - Мин бит һине яратам Альбина! Аңлайыңмы? Яратам! Һине күргәндән алып минең тормошом үҙгәрҙе. Һиңә мин битараф ҡарай алмайым. Һине мин бөтә йәнем, тәнемдең һәр бер күҙәнәге менән яратам! Ул тағы ла әллә нимәләр һөйләне, үтенде, ялбарҙы. Тик мин ишетһәм дә аңым менән ҡабул итер хәлдә түгел инем. Яңы ғына ошо урында булған көрөштән һуң мин туң инем. Мейемде бер туҡтауһыҙ “хәҙер нимә эшләргә?” тигән уй бырауланы. Ошо минутта ер тырнап илаһам да, бөтә тауышыма аҡырып ҡысҡырһам да рәнйешемдең сиге булмаҫ инелер моғайын. Шулай шаңҡып ултырғанда алдымда сүкәйеп яланғас тубыҡтарымдан ҡосаҡлап ултырған иргә күҙем төштө. Шул саҡ вулкандан урғылған лава кеүек асыуым урғылды һәм үҙемдә һиҙмәҫтән бар көсөмә Нәсирҙең яурынынан артҡа этеп тороп киттем. Нисек булһа ла үҙемде ҡулға алыу ине уйым. Аңғансы Нәсир яныма килеп баҫты. Тынлыҡ. Мин үҙемде ҡулға алырға, нисек тә булһа истерикаға бирелмәҫкә тип тынысланырға тырышам. Ә тегенең һүҙ ҡушырға баҙнаты етмәй. Ниһәйәт.
- Альбиночка! Был юлы ул баҫалҡы тауыш менән өндәште.
Уның миңә нимә тип әйтере бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай ине. Шуға үҙемде батырыраҡ тоторға тырышып, ҡоро ғына – миңә алмашҡа кейем бир! Тип бойорҙом. Ошоғаса офиста ышаныслы атлап йөрөгән арыҫландай ир, бесәй баҫҡан кеүек кенә баҫып икенсе бүлмәгә инеп юғалды. Тап ошо ваҡытты “ сафлығымды юғалһам юғалттым әммә мин һинеке булмаясаҡмын” тип үҙемә үҙем һүҙ бирҙем. Аңғансы тауыш - тынһыҙ ғына теге килеп яурыныма күлмәген һалды. Тынлыҡ. Һәр беребеҙ үҙ уйында. Ул ипләп кенә яурындарыма ҡағылып: - Мин айырылам да һиңә өйләнәм.
- Уйлама ла!
- Нишләп?
- Миңә хыянатсы һәм көсләүсе кәрәкмәй.
- Уйлай тип әйтмә, мин бит һине яратам!
- Яратаһың? Ошо булдымы һинең яратыуың? Эсемдәге асыуымды усыма йомарлап нәфрәт менән күҙҙәренә ҡараным. Минем ҡараштан ул ҡараштарын алмай ғына яйлап тубыҡтарына теҙләнеп миңә ҡарап ҡатты. Тик уның ҡарашындағы ялбарыуы ла, мөхәббәте лә мине йомшарта алманы.
4
Яратам, яратыу... Нисек була һуң ул яратыу тигән нәмә? Яратҡан кешеңде рәнйетеп буламы шулай? Яратһаң бит ҡәҙерләйһең минеңсә. Ә уныңса нисек һуң яратыу? Аңламайым. Башым ҡатты. Нисек һуң ошондай ғәрлек менән йәшәргә?Нисек бер нимә лә булмағандай уның менән бергә эшләргә? Көн дә уның йөҙөн күрергә, уның бойороғон үтәргә. Ярай әле күп ҡалманы, тағы ла бер-ике ай түҙһәм яңы тормошҡа күсәм. Яңы киләсәгем генә йәшәргә көс дәрт өҫтәй. Түҙергә ярҙам итә. Алла бирһә икенсе ҡала, яңы эш, яңы тормош. Быныһы инде ҡурҡыныс төш кеүек кенә артта ҡаласаҡ. Ә Нәзир был пландар тураһында белмәй, белмәй генә торһон әлегә. Шулай үҙ уйҙарым да көйөнөп тә, һөйөнөп тә быяла стенаға эленгән, япон баҡсаһы төшөрөлгән һүрәткә ҡарап ултырғанда, теге ҡәбәхәт пәйҙә булды.
- Альбиночка, бөгөн банкет. Курьер килһә кәрәкле урынға ебәрерһең.
- Ярай. Тик мин банкетҡа ҡалмайым.
- Бөтәһе лә була, һин дә.
Ул минем яуабымды көтөп торманы, юлын дауам итте. Ошо эшләгән йылдарым эсендә хүжамдың бойороҡ йәки былай өндәшеүен айырырға өйрәнгәнлектән, был юлы бойроҡ икәнен аңланым. Тимәк барырға тура киләсәк. Мин бит уны хужа булараҡ ҡына беләм. Ә кеше булараҡ бөтөнләй белмәйем килеп сыҡты. Бына хәҙер ҙә уның нимә уйлап йөрөүен белмәйем. Ҡайғырамы, үкенәме әллә уның өсөн көсләп алыу ғәҙәти эшме? Теге ҡәһәрле фатирҙа булған хәлдән һуң аралашыу ҡатмарланды. Уның һәр бер һүҙенән, үҙен күреүҙән тертләйем. Саҡ ҡына тауыш күтәрһә йәки менең яҡҡа килә башлаһа тәнем үҙенән үҙе ҡалтырауға күсә. Ахыр ҙа ҡурҡыуым йөҙөмә сыҡты. Бәлки күргәндер, аңлағандыр яныма килмәҫкә тырышты. Ситтә йөрөнө әммә мине күҙ уңайынан сығарманы, ҡайҙа ғына йөрөһәмдә мин уның ҡаш араһында булдым. Ҡурсаларға тырышты хатта боҙолған машинамды миңә әйтмәйенсә йүнәттереп ҡуйған. Бүтән миңә ҡағылманы, шулай уҡ яттарға ла бирмәне. Мин үҙем дә ҡырыҫлаштым, үҙ эсемә бикләндем. Һәр эш көнөм энә осонда ултырған кеүек үтә. Ярай әле башым эшләп быяла стенаға ҙур ҡартина алып йәбештерҙем. Хәҙер бер беребеҙҙе күрмәйбеҙ. Ә эш шулай уҡ дауам итә. Сауҙа үҙәген ваҡытында төҙөп бөттөк, шул уңайҙан банкет ойошторола. Тағы ла шулай уҡ яңы объект алдыҡ. Тик уның эше менән мин булышмам инде.
Эш бөтөүгә ғәҙәттәгесә ҙур өҙтәл ҡоролдо. Барыһы ла йыйылғас төҙөлөш уңышлы тамамланыуы менән ҡотлауҙар яңғыраны. Киләсәккә пландар иғлан ителде, уй теләктәр әйтелде. Бөтә рәсми өлөштәр тамамланғас эшселәр инде үҙҙәрре теләгәнсе ял итә. Мәжлестән һиҙҙермәйсә генә китергә тип торғанда, эргәгә бухгалтер Динар килеп баҫты. Ул бейеп йөрөгән кешеләргә ҡарай – ҡарай
- Альбина! Ниңә кәйефһеҙһең? Ул яуап биргәнемде көтөп тә тормай. - Ә беләһеңме һиңә һәйбәт премия бар.
- Беләм.
Ул миңә табан эйелә биреп.
- Иртәгә нимә эшләйһең?
- Ял итәм.
Ул һаманда бокалындағы шарабын эсә-эсә.
- Әйҙә икәү ял итәйек.
Ҡыҙыҡ быға нимә кәрәк инде тағы. – Нисек? Ул тағы ла яҡыныраҡ баҫып һүҙен дауам итте.
- Нисек тип. Мағазиндар буйлап йөрөйөк. Ҡатыныма бүләк алырға ине. Һин ярҙам итһәң тип уйлаған инем.
- Ниндәй бүләк һуң?
- Селтәрле эске кейем. Үҙеңә лә һайларһың, минән бүләк булыр.
- Нимәәә? Рәхмәт кәрәкмәй.
Тағы ла яҡыныраҡ килеп билемдән үҙенә тарта биреп:
- Бер кисен һиңә ҡуна килермен.
Минең яуапты көтөп тормайынса шарап тәме килгән ирендәре менән минең ирендәргә йәбеште. Гүйә арабыҙҙа йәшен йәшнәне, үҙемдә һиҙмәҫтән бөтә көсөмә уны үҙемдән этеп ебәрҙем. Һәм күҙ алдымда, Динарҙың артҡа ҡарай ҡолап барғаны һүрәт булып ҡатып ҡалды. Бына ул бейеп йөрөүсе халыҡты уртаға ярып ҡаҡ иҙәнгә барып төштө. Артынса шараплы фужер иҙәнгә төшөп сәлпәрәмә килгәне ишетелде. Тынсыу бүлмә шарап еҫе менән тулды. Нимә булғанын аңлай алмай баҫҡан урынымда ҡатып торғанда Динар етеҙ генә аяҡ үрә баҫып йоҙороҡлап миңә ташланды. Белмәйем нимә менән тамамланыр ине, әгәр ҙә өлкән инженер Әхәт ағай арабыҙға төшмәһә. Әхәт ағайҙы барыһыла хөрмәт итә, тыңлай, тик был ғауғала түгел ине. Динар Әхәт ағайҙың әйткәндәрен ҡолағына ла элмәй унын аша миңә ынтыла. Ә Әхәт ағай сибек кенә Динарҙың этенеүенә көс бирмәй бөтә тәне менән мине ҡаплай. Уйламаған да ҡайҙандыр Нәсир Низамович килеп сыҡты. Бер нимә лә әйтмәйенсә ен кеүек ҡоторонган бухгалтер егеттең беләгенән эләктереп мәжлес
бүлмәһенән алып сығып китте. Барыһы ла еңел һулағандай булды. Әхәт ағай ҙа мине етәкләп үҙ бүлмәһенә алып китте.Бүлмәгә ингәс тә Әхәт ағый һыу ҡойоп стакан тоторҙо. Минем тынысланыуымды теләне күрәһең. Туҡтауһыҙ ҡалтыраныуымдан тынысланырға тырышып.
- Нишләп тағы ла мин?
Ул ҡарап торған тәҙерәһенән айырылмай ғына.
- Сөнки һин ҡыҙ кеше, ә ул ир.
Мин ярһыуымдан һаманда ҡайнай инем. Күптәнге борсоған һорауымды бирәмәй булдыра алманым.
- Нишләп барыһы ла миңә генә бәйләнәләр ул? Минем маңлайыма еңел холҡло ҡыҙ тип яҙылғанмы әллә?
- Улар бит ир кеше, бәйләнергә тейеш.
- Нисек инде тейеш? Аптырауымдың сиге булманы. Тағы ла ярһырға тотондом. – Ир буғандары өсөн генәме? Һуң һеҙ ҙә шул ир затынан. Һеҙ бит улай түгел.
- Альбина, һин әле йәш, аңлап етмәйһең. Әйе мин ир кеше, тик бәйләнеп йәш ҡыҙҙырға күҙ атып йөрөр заманым күптән үткән. Һин уйлайһың мин шулай ҡыҙҙарға бәйләнеп йөрөмәгән тип. Мин дә шулай инем. Ул тәҙрәнән айырылып миңә ҡараны. Күрәһең минең реакцияны күрергә теләне.
Нисек инде ул да шулай? Әхәт ағай бит минең өсөн идеал ир. Уның йөҙөн дә лә, холҡонда ла йөрөмтәл ирҙәрҙең һыҙаты күренмәй. Ул бит миңә атайҙы алыштыра. Булмаҫ. Алдайҙыр. Мине йыуатыр өсөн генә алдайҙыр. Үҙем дә һиҙмәҫтән мине күҙәткән Әхәт ағыйҙың күҙҙәренә ҡараным. Юҡ! төпкөл, аҡыллы ҡараш менән баҡҡан һоро күҙҙәр алдамай ине. Тимәк дөрөҫөн әйтте.
- Ә ҡатынығыҙ?
- Ҡатыныммы? Белгәндер тип уйлайым. Бер һөйәркәмдән һуңлап ҡайттым, ә ул “ үҙ бүркең барыбер үҙеңә яҡын инде ул” тине лә йылы ашты алдыма ҡуйҙы. Хәҙерге ваҡытта мин ҡатыныма рәхмәтлемен, ул аҡыл менән эш итте. Хәҙер мин тоғромын, тик ҡатыным алдында ла Хоҙай алдынды ла ғонахлымын. Ә һиңә килгәндә. Һин матурһың, һөйкөмлө, наҙлы ҡыҙ. Шуға ла һиңә ынтылалар.
- Һуң минән дә матурҙар бар бит. Мәҫьәлән Эльза.
- Руссалап әйткәндә Альбина “ у тебя есть то, что у других женчин нет”
- Ҡыҙыҡ, нимә ул?
- “женствинность” ҡатын-ҡыҙ сығанағы һиндә ята.
- Аңлатығыҙ.
- Уны һүҙ менән генә аңлатып булмай. Ул һиңә Хоҙайҙан бирелгән. Һин Элза матур тейһең. Килешәм матур, буй – һыны зифа, зауыҡлы ҡыҙ, тик һиндәге ҡытын-ҡыҙ сығанағы ула юҡ. Һинең кеүектәрҙе үҙен көслө һынаған ир-егеттәр ҡурсаларға, яратырға, яулап алырға теләй ҙә инде. Сөнки тап һинең кеүек ҡатын– ҡыҙ эргәһеңдә улар үҙен ысын ир итеп тоя. Ирҙәр бит ул, тәбиғи һунарсы. Шуға улар һунар итә. Тәбиғәттән һалынған һыҙат буйынса күберәк үҙенең тоҡомон ҡалдырыу өсөн улар тырыша, тик күптәр уны аңламап етмәй. Бары тик теләк кенә тип уйлай.
- ә ҡатындары? Ғаиләһе? Беҙҙә барыһы ла ғаиләлеләр. Күбеһенең ҡатындары менән аралашам. Береһен дә яман тип әйтеп булмай. Һәр береһе үҙенә күрә матур, уңған әсә. Шул уңған ҡатындарға минең менән хыянат иткеләре киләме? Бер ике төн өсөнме?
- Һеҙҙә ҡатындар араһында ул хыянат тип атала, ә ирҙәр араһында ул яңы хис, дәрт, дарман алыр өсөн. Тағы ла үҙеңдең әле хәлле икәнеңде иҫбатлау.
Тағы әллә ниндәй темаларға һөйләшер ҙә инек. Көтмәгәндә ишек асылып китте лә унан хужа күренде. Йөҙөндә асыу сағыла. Һәр бер уңайһыҙ хәлдәрҙән ҡурсалап алып ҡалған Әхәт ағай, был юлы көсһөҙ ине. Ул Нәсир Низамовичҡа бер генә ҡараш ташланы ла, хәлде аңлағандай бүлмәнән сығып китте. Ишек ябылыу менән Нәсир алдыма килеп баҫты.
- Һин нимә эшләйһең?
- Ә нимә эшләнем һуң мин?
- Һин нишләп егеттәрҙе мыҫҡыл итәһең?
- Һинең ҡарауыңса мин үҙемде яҡламаҫҡа тейешмен? Теге юлғы кеүек!
Һуңғы һүҙем оҡшаманы күрәһең. Кинәт кенә сәсен һыйпап алғандан һуң:
- һин бит үҙең өмөт бирәһең? өмөт бирәһең дә, үҙең этәрәһең. Мин бит күреп торҙом.
Ҡыҙыҡ, нимә күрҙе икән? Уның алдында бар хәлемсә үҙемде тыныс тоторға тырыштым. Мине хәҙер бер нәмәлә тотмай. Ҡурҡырға түгел. Был юлы уның нәфрәт менән ҡараған ҡарашы миңә көс бирҙе. Өмөт бирәһең имеш. Хәҙер мин ғәйепле. Ваҡытымды бушҡа сарыф итәм тип уйлап, ултырған еремдән тороп сығырға ынтылғанда:
- Сәбәпте бит һин үҙең бирәһең, шуға ла һинең эргәңдә бөтөрөләләр. Тимәк бушҡа түгел...
Ишеккә барып еткән ерҙән, шып туҡтаным. Кирегә килеп ҡапма ҡаршыһына уҡ баҫып:
- мине фәхишәләр рәтенә ҡуйырға һинең ни хаҡың бар? теләйһең икән ҡараңғы бүлмәгә индереп талайһың, теләйһең икән көсләйһең, рәнйетәһең. Арыным! Мин һине күрә алмайым! Барығыҙҙан да арыным!
Һуңғы һүҙҙәремде боғаҙға килеп төйөлгән төйөндән саҡ әйтә алдым. Батырлығым да нисек барлыҡҡа килгән шулай юҡҡа сыҡты, күҙҙәргә йәш төйөлдө. Шул йәштәрҙе дошманыма күрһәтмәҫ өсөн бүлмәнән сығып китеүҙән сара ҡалманы. Ә теге баҫҡан урынында нисек торған шулай тороп ҡалды. Былай булырын белһәм, был банкетына ҡалмаҫ инем. Уйнаш ирҙәр арҡаһында өҫтөмә нахаҡҡа бысраҡ яуҙыралар. Ни гәйебем бар һуң минем? Нисек хәҙер йәшәргә? Нисек? өмөт бирмәйем тип инде хәҙер йылмайыуҙан да, донъяны яратыуҙан да туҡтарғамы миңә?
Машина тоҡандырып маташҡанда ҡапыл ишек асылып китте лә минем беләктән эләктереп һөйрәп сығарырға маташты. Мин уға көс бирмәй кинәт кенә ҡулымды тартып алып машина ишеген үҙемә тарттым. Ярһыған әҙәм Низамович ине.
- Альбина туҡта! Ул тағы ла миңә ынтылды.
- Ебәр! ҡағылаһы булма.
- Туҡта Альбина! Ғафү ит! Асыуҙан әйтелгән һүҙҙәр бит. Мине эскән килеш руль артына ултырырға мәжбүр итмә.
- Ултырма! Һине берәүҙә көсләмәй - тип уға көс бирмәй ишекте шартлатып ябыу менән газға баҫтым. Ул тағы ла нимәлер тип ҡысҡырҙы, әммә мин ишетмәнем.
Машина торған йеренән арғымаҡ аттай алға ынтылды. Артта бары тик тәгәрмәс тауышының сыйнауы ғына тороп ҡалды. Уф ҡотолдом. Инде үҙем генә ҡалғас тыныслана ла төштөм. Машинаны ла яйлаттым. Ҙур трассыға боролған саҡта көҙгөнән Низамовичтың машинаһын шәйләнем. Ә ҡыуа төштөңме? Ҡыу әйҙә! Етә алырһыңмы? Газға баҫыу менән мишина алға ашыҡты. Ярай әле машиналар юлда әҙ. Шуға күрә үлән араһынан шауған йыландай борғаланып алға ашҡынам. Бар донъя ҡараңғылыҡҡа сорналған. Бары тик шул ҡараңғылыҡта алда барған машиналарҙың ҡыҙыл уттары маяҡ булып юл күрһәтә кеүек. Гүйә мин атылған йондоҙ. Хужаның машинаһы ла арттан ҡалышырға уйламай. Яҡынайған ваҡытта сигнал биреп, туҡтарға ишара яһап фар уттарын уйната. Юҡ инде. Ҡыуып ет хәҙер! Был уҙыш минең өсөн уйынға әйләнде. Берсә тимер атымды яйлатам да хужа машинаһы йәнәш килеп еткәнен күргәс йән көскә газға баҫам. Тәгәрмәстәр сыйнап алға уҡтала. Ҡапыл уйламаған да ҡойоп ямғыр яуа башланы. Гүйә тәбиғәт һиҙенгәндәй түгелеп илай ине. Асфальт һыуланғас тимер атты йүгәнләүе ауырлаша төштө. Тик беребеҙ ҙә был ҡурҡыныс уйындан баш тартырға уйында ла юҡ ине. Бына уның машинаһы минеке менән тигеҙләште. Сигнал бирә-бирә тәҙрәһен асып ҡулын болғап миңә туҡтауҙы бойора. Ә мин уны күрә тороп та ҡаршылашып машинамды алға әйҙәнем. Ҡапыл алда барған машина яйланы. Мин тормоз пидәленә йән көскә баҫтым, тик һуң ине. Бына - бына бәреләм тигәндә генә тимер атымды һулға борҙом. Машина тиҙ генә миңә бойһонорға уйламаны. Улай-былай сайҡаны. Ҡапма ҡаршыла машина өҫтөмә менеп килеүен күргәс, уң яҡтағы буш урынға тимер атымды ҡайырҙым. Көтмәгәндә бәрелеү. Бар донъя минең тирәләй
әйләнергә тотондо. Ҡараңғы тынлыҡты ярып үткән тәгәрмәс тауышы ишетелеп ҡалды. Ҡайҙалыр тағы ла тимер аттарҙың бәрелеүе һәм мин ҡара һыулы асвальтта орсоҡ кеүек әйләнгән еремдән икенсе машинаға бәрелеүем. Тынлыҡ! Ҡараңғылыҡ! Бына шул ҡараңғылыҡта мин атылған йондоҙ. Атылдым да, оҙаҡ осҡандан һуң мейестәге һуңғы ҡуҙ булып һүнеүем. Ҡайҙандыр упҡындан әсе итеп ҡысҡырышыуҙар, тиҙ ярҙам машинаһының сиреналары өҙөк-өҙөк итеп ишетелеүе...
5
Тирә яҡ ап-аҡ. Үле тынлыҡ. Был ниндәй таныш булмаған ер? Туҡта. Нимә булды һуң? Ҡараңғылыҡ. Ямғыр. Машина менән әйләнеүем. Бәрелеү! Башымдан ниндәйҙер ауыртыу һыҙылып үтте.
- Ммм...
Тимәк мин больницала. Ҡапыл шул арала Низамовочтың машинаһы күҙ алдына килде. Уның туҡтарға ишара яһап ҡул болғауы, нимәлер тип ҡысҡырыуы. - Нәсииир.... тере генә бул инде. Һинең үлемеңде теләмәнем мин. Тере генә бул. Әгәр үлгән булһаң, мин балаларҙы атайһыҙ ҡалдырған булып сығам бит. Хоҙайым, тере генә булһа ант итәм киткән ерҙән кире ҡайтмам, бөтөнләйгә юҡҡа сығам. Тик тере генә булһын.
Нимә эшләттең һин беҙҙе яҙмыш?! Беҙҙе иртәрәк осраштырһыңсы. Иң бәхетлеһе беҙ булған булыр инек. Ғаиләле булмаһа һөйөүен дә ҡабул итер инем. Яратыр ҙа инем. Эх, яратыу түгел уның тураһында уйларға ла минең хаҡым юҡ.
Был больницала ятҡансы эшләп йөрөүең мең артыҡ. Бушҡа ғына һаулығың, байлығың тимәгәндәр икән. Иҫемә килгәндән ике көн, ә мин ялҡтым. Әҙерәк хәл кергәс тирә яҡты байҡаштыра башланым. Тумбочка, гәзит... туҡта, туҡта! Минең фото күренәме? Аптырауым һәм ҡыҙыҡһыныуым шул хәтлем ныҡ булды ауыртҡән тәнемә ҡарамай ынтылы-ынтыла саҡ ҡулға төшөрҙөм. Беренсе булып гәзит тышында ҙур хәрефтәр менән яҙылған “мөхәббәт ҡыуышы” тигән баш һүҙ күҙгә салынды. Тағы ла унда Нәзир Низамовичтың һәм минең фото һүрәте ҡуйылған. Туҡта! Ниндәй мөхәббәт? Был яңылыҡтан күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Күҙемде әҙерәк ял иттереп алғас, ашығып уҡыуымды дауам иттем.
“Билдәле, ҙур төҙөлөш фирмаһының директоры Нәзир Низамовыч һәм уның урын баҫары трассала ҡыуыш уйнауҙары менән башҡаларҙы һәләкәткә илтә. Был күңелһеҙ хәлгә тарыусылар иҫән-һау. Әммә ғәйеплеләр ауыр хәлдә дауаханала...”
Әй, хоҙайым тимәк тере. Ауыр хәлдә тийелгән. Ныҡ микән? төҙәлеп кенә сыҡһын инде. Ҡалған текстан күҙ йүгертеп үткәндән һуң, тамам шаңҡыным. Ниндәй мөхәббәт? Ниндәй һөйәркә? Ялған бит был! Был көтөлмәгән яңылыҡтан һуң оҙаҡ уйланып яттым: һөйәркәме түгелме әммә гәзит биттәрендә яҙылған һәм бар донъяға таралған. Нисек кенә Наҙгөлдең күҙҙәренә ҡарармын. Ул нимә тип әйтер?...
Бер ай тигәндә аяҡҡа баҫтым. Беренсе уйым Нәсир низамовочты барып күреү ине, тик ҡурҡыу тойғоһо сорнап алды. Беләм беҙҙе бер нисә ҡат стеналар ғына айыра. Ә уны барып күреүгә көсөм етмәҫ төҫлө. Унан да ныҡ Наҙгөлдө осратыуҙан ҡасыуымдыр. Уның өсөн мин хәҙер кеше ғаиләһенә төшөүсе, һөйөклө ирен аварияға этәреүсе. Нисек кенә булмаһын уны күрмәйенсә, хәлен белмәйенсә мин китә алмаясаҡмын. Күрмәһәм үкенесем буласаҡ.
Һуңғы көсөмде йыйып ул ятҡан палата ишеген шаҡыным. Тынлыҡ! Йоҡлайҙыр. әллә инмәҫкәме? Юҡ, инергә кәрәк. Ишекте этеүем менән ул һаҡ ҡана асылып китте. Мин эскә күҙ һалдым, карауата ул ята. Ул тип әйтерлек түгел. Сөнки бөтә тәне бинтҡа уралған. Ҡысҡырмай саҡ тыйылып ҡалдым. Эх, һин Нәсир, ниндәй хәлдә ятаһың. Шул ваҡытта минең артан ҡыуа төшмәһәң бәлки был хәл булмаҫ та ине. Ошоғаса һине йәнем-тәнем менән күрә алмаҫ сиктә инем, ә бөгөн, бөгөн һин минең өсөн йәл. Ғәфү ит мине Нәсир! Аҡылһыҙ һөйөүең арҡаһында ошондай хәлгә төштөк. Хистәреңде йүгәнләй алманың. Йәшерергә лә теләмәнең. Үҙеңде лә мине лә ыҙалаттың ғына. Әйе ыҙалаттың. Сөнки мин дә бит һине яратам. Тик күрһәтмәнем генә. Беләм әгәр ҙә мин дә һөйөүемде әйтһәм беҙ бит туҡтай алмаҫ инек. Ҡайнар мөхәббәт хистәренә сорналып башҡаларҙы онотор инек.Балаларыңды зан-интизар итер инек. Шуның өсөн дә мин һөйөүемде һинән бар хәлемсә йәшерҙем. Йүгереп барып ҡосағыңа ташланыуҙан тыйылдым. Татлы ирендәреңдән баш тарттым. Һуңғы тапҡыр ҡулдарыңдын йылыһын тоям, һуңғы! Уйҙарымды ишеткәндәй, бәйләнмәй ҡалған бармаҡтар ҡулымды ҡыҫты. Был һуңғы ҡағылыуыбыҙ ине. Ә мөхәббәт тулы ҡараштар бөгөн юҡ. Минең өсөн һинең һуңғы ҡарашың, юлда машина эсенән ҡарған ҡараш. Һау бул һөйөклөм, бәхетле бул. Терел, йәшә, бәхетле бул, ғаиләңде ташлама. Һин улар өсөн нығыраҡ кәрәк.
Палатанан сығып барғанда ҡаршыма Наҙгөл осраны.
- Һаумыһығыҙ Наҙгөл....- атаһы исемен әйтеп тә өлгөрмәнем. Ул мине бүлдерҙе.
- Һаумы Альбина, хәлең нисек?
- Арыу.
Тағы ла нимә тип һүҙ ҡушырға белмәй аптыранып ҡалдым. Минең уйымды уҡығандай. Хужа ҡатыны коридорҙа ултырған ултырғысҡа табан атланы. Мин уның артынан. Шул арала сумкаһында таныш гәзитте күреү менән өндәшмәйенсә булдыра алманым:
- Наҙгөл, күрәм мәҡәләне уҡығанһығыҙ. Тик ул дөрөҫ түгел.
- Машинала ҡыуышыуығыҙмы? әллә һөйәркә тип яҙыуҙарымы? Ул тура күҙемә ҡараны.
- Һөйәркә. Һеҙҙең алда минең гәйебем юҡ!
- Беләм. Һөйәркә булмағаныңды. Һөйөүенә яуап бирмәгәнеңде лә беләм. Тик бына, Нәсир һине ярата. Ә мин уны. Ул бит миңә ауырлы булғаным өсөн генә өйләнде. Ошоғаса ул яратмаһала йәшәй ине. Ә бына һин килгәс, Альбина. Ул бөтөнләй үҙгәрҙе. Уны мин бындай хәлдә күргәнем юҡ ине.
- Ниндәй хәлдә?
- Шат. Донъяны яратыусан, мөләйем.
Ул миңә тағы ла ҡарап алып: - һинең компаниянан китергә теләүең яҡшыға. Мин балалар атайһыҙ үҫеүҙәрен теләмәйем.
- Ә һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ быны?
- Мин һеҙҙең һәр һулышығыҙҙы беләм.
- Нисек һәм ҡайҙан?
- Үҙемдең ысулдар бар.
Ишеткән яңылыҡтан һәм дә аптырауҙан ғәфү үтенергә кәрәктер тип:
- Ғәфү ит мине Наҙғөл.
- Ғәфү үтенмә. Молодец. Минең иргә лә ҡаршы тора алғас. Ул һуңғы һүҙҙәрен әйткәндән һуң Нәсирҙең палатыһына инеп юғалды.
Ә мин, мин яңы томош яғына юл алдым. Тағы ла оҙон юл. Ҡара асфальт, һыжлаған машиналар ҡайҙалыр ашыға. Был юлы тәбиғәт иламай, киреһенсә ҡояш көлә. Тик ниңәлер минең күңел моңһоу, күҙҙәрҙә йәш. Йөрәктә шом. Ҡыҙыҡ был тормош. Кешенеке мөхәббәттән нәфрәткә бер аҙым булһа, минеке нәфрәттән мөхәббәткә. Яҙмыш ҡушыуы шулдыр. Яратып та ярытыла алмау, ҡайнар мөхәбәтеңә ирек бирмәү үҙенә күрә яҙмыш язаһы, тормош һабағылыр.
Нәсир өсөн, етәкселәр булмағанлыҡтан тарҡалған фирмаһының быяла стенаһында,
япон баҡсаһы төшөрөлгән картина ғына үтә лә яҡын иҫтәлек булып ҡалған. Гүйә Альбинаның матурлығы, йылмайыуы, сафлығы ошо сакура ағасының таждарына әйләнгән дә бар донъяға матурлыҡ бөркөп ҡатып ҡалған.