Ишмөхәмәт ауылында урында китапханасы Асия Үлйәбаева һәм “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары менән берлектә донъя күргән “Халыҡ ижадында – таҡмаҡтар” китабының исем туйы үтте. Әйтергә кәрәк, был йыйынтыҡҡа ошо ауылда тыуып үҫкән шәхестәрҙең үҙҙәре ижад иткән һәм белгән таҡмаҡтары тупланған. Сарала Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов, райондың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Гүзәл Монасипова, Рәшиҙә Раҡаева етәкселегендәге Сосновка ауылы ағинәйҙәре ҡатнашты.
Проект март айында старт ала һәм алты ай эсендә тормошҡа ашырыла. Ауылдың ағинәйҙәренә һәр бер оло быуын кешеләренең таҡмаҡтарын тыңлап, яҙып алыу бурысы ҡуйыла. Айһылыу Кәлимуллина Миңһылыу Сәлимова, Рәмзиә Йәрмөхәмәтова, Гүзәл Зәйнетдинова, Хазина Исҡужиналар ең һыҙғанып эшкә тотона. Йыйынтыҡҡа Сәрүәр Әхмәрова, Көнһылыу Үлйәбаева, Мәрзиә Латыпова, Миңсара Йәрмөхәмәтова, Ғәфүрә Бейешева, Мәрхәбә Латыпова, Ғүмәр Харрасов, Гөлсәсәк Мырҙыянова, Әминә Раҡаева, Мәрйәм Иҙрисова, шулай уҡ Баймөхәмәтовтар һәм Ишмөхәмәтовтар ғаиләләренең таҡмаҡтары инә.
- Китапҡа 18 кешенең ижади байлығы тупланды, - тине Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы һәм сараны алып барыусы Асия Үлйәбаева. - Хатта бер кеше 60-ҡа яҡын таҡмағын яҙҙырҙы. Халыҡтың күңел һандығында бына күпме ауыҙ-тел байлығы һаҡланған!
Таҡмаҡтарҙың йөкмәткеләре төрлөсә – Сталинға, Ленинға, фронтҡа арнап ижад ителгәндәре, хәҙерге тормошто данлап, төрттөрөп сығарылғандары, шаян, мөхәббәт тураһында, ҡайғылы мәлдәрҙе сағылдырғандары ла бар. Шулай уҡ халыҡ телендә киске уйындарҙа бейеү көйҙәренә ҡушылып, йәиһә уйын-көлкөнө, ҡыҙыҡлы берәй күренеште оҙатып башҡарылғандары ла бихисап.
Оло быуын кешеләренең таҡмаҡтарын туплағанда, уларҙың шул ҡәҙәр дәртле, бай рухлы булыуҙарына хайран ҡалдыҡ, тине ағинәйҙәр. Әйтеп кенә ҡалмай, уңайына килтереп йырлап та ебәрҙеләр, һамаҡлап та әйттеләр, хатта дәртле итеп баҫып, бейергә лә төшөп киттеләр, тип хис-тойғолары менән уртаҡлаштылар. Оло йәштәгеләрҙең үҙҙәренең “вечер һуҡҡан”, йәғни киске уйында әйтелгән таҡмаҡтарын да онотмай, күңел түрендә һаҡлауҙары һоҡландырҙы.
Урындағы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Миңһылыу Сәлимова, йәмәғәт хәбәрсеһе Хазина Исҡужина, Рәмзиә Йәрмөхәмәтова проектты тормошҡа ашырыу барышындағы эштәре менән таныштырҙы. Ә инде тыл һәм хеҙмәт ветераны, таҡмаҡтар авторы, йыр-моңға ғашиҡ Миңсара Йәрмөхәмәтова инәй таҡмаҡтар әйтеп, дәртле итеп баҫып бейеп, беҙҙең күңелдәрҙе күтәрҙе.
- Ауылдаштарым менән һоҡланам һәм улар менән ғорурланам, - тине Илнур Ишмөхәмәтов. - Ағинәйҙәр менән бөтә эштәрҙе лә атҡарып сығырға мөмкин. Шундай ҙур һәм фәһемле проектты ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тормошҡа ашырҙылар. Ваҡытында беҙ шундай хазиналарҙы күрә белеп, туплап, ҡәҙерләп киләһе быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыйынтыҡҡа таҡмаҡтары ингән Сәрүәр Әхмәрова апай ғына ошо шатлыҡты күрә алманы.
Ағинәйҙәр бының менән генә туҡталып ҡалырға уйламай. Хәҙер улар мөнәжәттәр туплау эшен башлап ебәргән.
- Бөгөн бөтә ауылда ла “Ағинәйҙәр” ойошмаһы бар. Ҡайһы берҙәре күптән эшләп килһә, ҡайһылары яңы ғына ойошҡан, - тине Гүзәл Миҙәхәт ҡыҙы. - Халыҡ тарихын, кәсептәрен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, һаҡлау буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барабыҙ. “Халыҡ ижадында – таҡмаҡтар” йыйынтығын халыҡ тел-байлығын төрлө сараларҙа ҡулланырға мөмкин. Күргәҙмәгә ҡуйылған ҡул эштәре, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре, кейемдәре лә – халҡыбыҙҙың милли ҡомартҡыһы.
Ә уларҙы иһә ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙыры Гөлниса Абдуллина, Фирүзә Кәлимуллина, Рәмзиә Йәрмөхәмәтова эшләгән. Әйткәндәй, Гөлниса Абдуллина ун йылдан ашыу китапхана эргәһендә эшләп килгән “Аҡсәскә” ҡул эштәре түңәрәген етәкләй. Бөгөн улар тарихҡа таянып, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының селтәрен, ҡашмауын, күлдәктәрен тегергә өйрәнәләр.
Гүзәл Монасипова артабан әүҙем эшләгән ағинәйҙәргә Рәхмәт хаттары, таныҡлыҡтар тапшырҙы.