Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
26 Января 2022, 07:05

Таҡмаҡсы инәй 90 йәшен тултырҙы

Ишмөхәмәт ауылынан таҡмаҡтар оҫтаһы Мәрхәбә Латыпова үҙенең 90 йәшлек матур юбилейын билдәләне. Беҙҙе ул дәртле таҡмаҡтары менән ҡаршы алды. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә йәшлек дәртен ташламаған, теттерә баҫып йөрөгән инәйбеҙгә һоҡланмай булдыра алманыҡ.

Ишмөхәмәт ауылынан таҡмаҡтар оҫтаһы Мәрхәбә Латыпова үҙенең 90 йәшлек матур юбилейын билдәләне. Беҙҙе ул дәртле таҡмаҡтары менән ҡаршы алды. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә йәшлек дәртен ташламаған, теттерә баҫып йөрөгән инәйбеҙгә һоҡланмай булдыра алманыҡ.

Мәрхәбә Латыпова 1932 йылда Янғаҙы ауылында етенсе бала булып донъяға килгән. Ишле ғаиләне ҡарау өсөн, ата-әсәләре Бәхтегәрәй ауылына күсеп килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда оҙаҡ йәшәй алмайҙар – әсәләре вафат була. Ул саҡта Мөғлифә инәйгә бер генә йәш була. Шул сәбәпле, ғаилә башлығы балаларын алып, кире ауылына ҡайтып төпләнә. Ишле ғаиләгә бер кем дә “әсәй” булып килергә ашҡынмай. Ләкин оло йөрәкле ҡатын табыла. Уңған һәм тырыш Хәбирә апай ғаиләгә килеп инә һәм бар күңелен балаларға һала. Төрлө үләндәрҙе киптерә, туҙ һағыҙы, һабын ҡайнатып баҙарға алып барып һата. Ғаилә башлығының да ҡулы оҫта була – итектәр тегә, быйма табанлай.

Мәрхәбә инәй 1950 йылда Ишмөхәмәт егете Хәсән исемле ир-уҙаманына кейәүгә сыға. Улар ҙа ете балаға ғүмер бүләк итә. Мәрхәбә инәй тәүҙә совхозда һауынсы булып эшләй, һуңынан мәктәпкә йыйыштырыусы булып күсә. Бөгөн уның 13 ейәне-ейәнсәре һәм 17 бүлә-бүләсәре бар.

Мәрхәбә инәй беҙҙе күңелле таҡмаҡтары менән оҙатты:

Сәсең ҡара, сәсең ҡара,

Сәсең ҡара ыштоли,

Һинән башҡа йәрҙәр менән

Танышыуы не стоит...

Автор фотолары.

 

Таҡмаҡсы инәй 90 йәшен тултырҙы
Таҡмаҡсы инәй 90 йәшен тултырҙы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас