Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Декабрь 2021, 15:59

"Волга буйы моңо" - тәбиғәт үҙе яҙған моң

"Волга буйы моңо" - тәбиғәт үҙе яҙған моң" - Волга буйы федераль округы илебеҙҙә тәүгеләрҙән үҙенең уникаль көйөн булдырған. Музыкаль композиция нигеҙендә һәр төбәктең төрлө географик объекттарының бейеклеге күрһәткестәре. Уларҙы Рәсәй картография белгестәре тауыш тирбәлеүенә әйләндереп, үҙенсәлекле моңдар барлыҡҡа килгән дә инде.

«Волга буйы моңо» - тәбиғәт үҙе яҙған көй. Волга буйы федераль округы илдә тәүгеләрҙән булып үҙенсәлекле көй сығарған. Роскартография белгестәре округ төбәктәренең географик объекттары бейеклектәренең төрлө мәғәнәһендә тауыш тирбәлеүенә нигеҙләнеп үҙгәртелгән. Шулай итеп, килеп сыҡҡан 14 айырым композиция «Волга буйы моңо»ның берҙәм музыкаль әҫәре булды. Премьера 2021 йылдың 27 декабрендә була.

«Музыкаль проект Рәсәй рельефын актуалләштереү буйынса эштәрҙе башҡарыу процесында тыуған. Уның өсөн Волга буйы федераль округын һайланыҡ. Унда, ысынлап та, үҙенсәлекле ландшафт. Эксперимент һөҙөмтәһе булып, Роскартографияның композитор Михаил Мищенко һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты менән хеҙмәттәшлеге торҙо», - тип һөйләне Роскартографияның генераль директоры Сергей Карутин.

«Белгестәр Волга буйы федераль округы ҡалҡыулыҡтары, уйһыулыҡтары, йылғалары һәм тауҙарының күрһәткестәрен тауыш тирбәлеүенә үҙгәртте. Һөҙөмтәлә округыбыҙҙың һәр төбәге - Киров өлкәһенән Ырымбур өлкәһенә тиклем, Волга йылғаһының һыубаҫар туғайынан алып Пермь крайындағы Урал алдына тиклем - «яңғыраны». Бейеклектәрҙең үҙгәреү графигы Рәсәйҙең иң ҙур территориаль берәмектәренең береһенең тектоник музыкаһына нигеҙ булды», - тип хәбәр иттеләр Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә.

Графиктарҙы музыкаль тирбәлеүгә «Космонавтика» төркөмө яраҡлаштырҙы, аранжировка менән композитор Михаил Мищенко шөғөлләнде: «Миңә һәр саҡ музыка һәм тәбиғәт симбиозы ҡыҙыҡлы булды, һәм бында был ике төшөнсәне тулыһынса ҙур туҡымаға берләштерҙек. Сәнғәт менән фәндең бәйләнешен хәҙер күрергә генә түгел, ишетергә лә мөмкин», - тине Михаил Мищенко.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: