Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Декабрь 2021, 10:12

Баймаҡтың “Етегән йондоҙ”ҙары балҡыны!

Учалы ҡалаһында “Етегән йондоҙ - 2021” онлайн-фестиваль конкурсы тамамланды. Унда республиканан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрен фольклор ансамблдәре ҡатнашҡан. Ижади коллективтар үҙ туған телендә халыҡ йолаларын тәҡдим иткән. Фестивалдә Баймаҡтан да фольклор ансамблдәре ҡатнашҡан.

Баймаҡтың “Етегән йондоҙ”ҙары балҡышы

Учалы ҡалаһында “Етегән йондоҙ - 2021” онлайн-фестиваль конкурсы тамамланды. Унда республиканан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрен фольклор ансамблдәре ҡатнашҡан. Ижади коллективтар үҙ туған телендә халыҡ йолаларын тәҡдим иткән. Фестивалдә Баймаҡтан да фольклор ансамблдәре ҡатнашҡан.

Шулай итеп, Ҡуянтауҙан “Сударушки” (етәксеһе Александра Башкурова) - “Урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы” номинацияһында билдәләнә. “Иң оло ҡатнашыусы” тип ошо уҡ ансамбленән мария Смирнова табыла.

Ишмырҙанан “Әхирәттәр” ансамбле (Миңнур Әбүбәкирова), Сыңғыҙҙан “Йәнтөйәк” (Вәсимә Солтангилдина), Байыштан “Иҫтәлек” (Гөлсиә Ибраһимова), Ҡуянтауҙан “Шишмә” ( Сәрүәр Ниғмәтуллина), Түбәнге Иҙристән “Зарифа” (Рәсимә Халиҡова), Йомаштан “Серҙәштәр” (Гөлсинә Солтангилдина) конкурс-фестивалдең Дипломанттары булып танылды.

Ҡотлайбыҙ, баймаҡтар!

Баймаҡтың “Етегән йондоҙ”ҙары балҡыны!
Баймаҡтың “Етегән йондоҙ”ҙары балҡыны!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: