Һаҡмар
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Декабрь 2021, 22:35

Тылсымлы ҡурай моңо

Бөгөн Туймазы ҡалаһында һәүәҫкәр ҡурайсыларҙың "Тылсымлы ҡурай моңо" Республика IV Асыҡ ҡурайсылар бәйгеһенең бүләкләү тантанаһы булып үтте. Унда Башҡортостан Республикаһынан, Ырымбур, Силәбе, Курган өлкәләренән һәүәҫкәр ҡурайсылар ҡатнаша. Баймаҡ районы намыҫын Ниғәмәт ауылының ике ҡурайсыһы- Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов менән Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты Ғәзим Нәил улы Иҫәнбаев яҡланы.

Бәйге ике турҙа ойошторола. Тәүгеһе - онлайн, ә бүләкләү тантанаһы оффлайн шарттарҙа барҙы. Онлайн турҙа Рәмил Сәфәрғәле улы беҙҙең яҡта ижад ителгән "Баяс" көйөн һәм "Перовский"ҙы башҡара. Ә инде икенсе турҙа ул үҙенең остазы Кәрим ағай Дияровтың бик һирәк башҡарылған "Күбәташ" көйөн тәҡдим итә. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов был сығышты бик юғары баһалай. Һөҙөмтәлә Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов I дәрәжәләге Диплом менән бүләкләнә. Ғәзим Нәил улы Иҫәнбаевҡа халыҡ көйҙәре традицияларын таратыу номинацияһында еңеүсе булараҡ, Диплом тапшырыла. Яҡташтарыбыҙ Юлдаш радиоһына, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Яңылыҡтар хеҙмәте өсөн интервью ла яҙҙыра. Ауылыбыҙҙың ир-уҙамандарын ошо мәртәбәле еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!Һеҙ афариндар!! Беҙ Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!!!

Тылсымлы ҡурай моңо
Тылсымлы ҡурай моңо
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: