Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Декабрь 2021, 09:37

«Тамыр»ҙың был проекты юғары баһаланды

Был проект буйынса балалар тамашасы түгел, ә сәйәхәтсе лә була ала.

"Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалының "Нурбостан сәйәхәте" проекты Мәскәү Хөкүмәте бинаһында уҙған Этник һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары медиафорумында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Медиафорумдың бишенсе юбилейында илдең 54 төбәгенән 180 киң мәғлүмәт сараһы, коммерцияға ҡарамаған ойошма һәм власть органдары вәкилдәре йыйылды. Форумдың видеотрансляцияһына ҡушылыусыларҙы иҫәпкә алғанда, дөйөм ҡатнашыусылар һаны 500 кешенән ашты. 
 
"Балаларға тамырҙары хаҡында". "Нурбостан сәйәхәте" офлайн-проекты миҫалында тарих тураһында телевизион тапшырыуҙар. "Тамыр" телеканалы мөхәррире Гөлфиә Раянованың "Балалар һәм йәштәр киң мәғлүмәт сараларында этномәҙәни тематика" тигән фекер алышыу майҙансығында сығышы шулай тип аталды.
 
- Йәш тамашасыларҙы тыуған мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһындырыу, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү, балаларға тарихыбыҙҙы еткереү өсөн төрлө форматтарҙы эҙләйбеҙ, һынап ҡарайбыҙ. Был ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлы эш. Тап шуның өсөн дә анимация сериалын төшөрөү идеяһы килеп тыуҙы ла инде, - ти "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. - Балалар тамашасы булып ҡына ҡалмаһын өсөн нисек тә булһа уларҙы проектҡа йәлеп итеү кәрәк. Шуға күрә беҙ тағы ла бер модалы форматҡа - сәйәхәт форматына мөрәжәғәт иттек. “Нурбостан сәйәхәте” тип атала ул. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылын тамамлап, беҙ ошондай әһәмиәтле форумда проект тураһында һөйләй алыуыбыҙға шатбыҙ.
 
2021 йылдың ғинуарында “Нурбостан” тәүге телевизион анимация сериалы донъя күрҙе һәм февралдә "Тамыр" телеканалы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ырыу йыйыны" проектына ҡушылды. Нурбостандың башҡорт ырыуҙары буйлап сәйәхәте башланды.
- Беҙ "Нурбостан сәйәхәте" менән 32 башҡорт ырыуын барып күрҙек! - ти проекттың художество етәксеһе Гөлфиә Раянова. - Шулай уҡ Пермь крайында, Силәбе өлкәһендә, Ханты-Мансискиҙа булдыҡ. Маҡсатыбыҙ - сериалыбыҙҙы күрһәтеү генә түгел, ә балаларҙы башҡорт халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһындырыу. Фильмды күрһәткәндә балаларҙың күҙҙәре янды, фильмды күрһәткәндән һуң улар тәьҫораттары менән уртаҡлашты, ғаиләһенең тарихын һөйләне.
 
Иң мөһиме, "Тамыр" телеканалы төшөргән анимациялы эпизодтар менән 30-ға яҡын ҡыҫҡа метражлы уникаль фильмдар тарих, башҡорт ырыуҙары, танылған шәхестәр хаҡында бәйән итә.    
- Һеҙ йылдар буйы хеҙмәт итә торған тарихи мөһим этник контент булдыраһығыҙ, - тине Этник-ара журналистика гильдияһы башлығы Маргарита Лянге. - Һеҙ иҫ киткес сериалығыҙҙың икенсе миҙгелен ойоштороп, ырыуҙар буйынса сәйәхәтегеҙҙе дауам итә алырһығыҙ, тип ышанабыҙ. "Тамыр" телеканалының балалар киң мәғлүмәт сараларында этномәҙәни тематиканы яҡтыртыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
 
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: