Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Октябрь 2021, 22:20

“Хазина”ға - Диплом!

“Хазина”лар төрлө кимәлдә ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Бына күптән түгел ансамбль оло йәштәгеләр араһында үткәрелгән “Яратам һине, тормош!” X республика фестиваленең Дипломы менән бүләкләнде.

“Хазина”ға - Диплом!
“Хазина”ға - Диплом!

Таулыҡай ауылының уңған апайҙарын, егәрле еңгәйҙәрен берләштергән “Хазина” фольклор ансамбле 2008 йылда ойошторола. Ансамбль үҙенең сығышы менән  ауылда үткән һәр сараны биҙәй, район, хатта республика конкурстарында ла ҡатнаша.

Төрлө йылдарҙа уның составы ла үҙгәреш кисерә. Бөгөн “Хазина” ансамблендә Сәлимә Һатыбалды ҡыҙы Исхаҡова, Зинәйҙә Динислам ҡыҙы Үҙәнбаева, Ғәтиә Йыһанур ҡыҙы Байегетова, Миңнур Сәмиғулла ҡыҙы Ураҙбаева, Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы Хәсәнова, Зәйтүнә Шәһәрғәзе ҡыҙы Сәлихова, Хәлимә Ибраһим ҡыҙы Яҡупова, Зөлфиә Фәтих ҡыҙы Солтанова, Гәүсәриә Исрафил ҡыҙы Әхмәтшина, Мәзүнә Сафа ҡыҙы Күсәрбаева, Мансура Рәфис ҡыҙы Дауытбаева шөғөлләнә. Ансамблгә Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, ветеран-уҡытыусы Зөлфирә Зәйнетдин ҡыҙы Оморҙаҡова етәкселек итә, ул – сценарийҙар төҙөүсе лә, таҡмаҡтар сығарыусы ла, репертуар һайлаусы ла.  Абруйлы мәғариф ветераны, сәсәниә Рәйсә Сәфәрғәле ҡыҙы Хәсәнова ла таҡмаҡ сығарыуҙа, репертуарҙы байытыуҙа ихлас ярҙам итә. Шулай уҡ моңло тауышлы һәүәҫкәр йырсы, айырыуса халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Әхсән Сәлихов та ансамблдең сығыштарын йәнләндереүгә үҙ өлөшөн индерә.

“Хазина”лар төрлө кимәлдә ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Бына күптән түгел ансамбль оло йәштәгеләр араһында үткәрелгән “Яратам һине, тормош!” X республика фестиваленең Дипломы менән бүләкләнде. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм жюри рәйесе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Нәзифә Ҡадырова ҡул ҡуйған Диплом “Хазина” ансамбленең эшенә оло баһа бирә. “Хазина”ларға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. Артабан да йыр-моңдарығыҙ менән халыҡ күңелен байытып, оло сәхнәләрҙә сығыш яһарға яҙһын.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: