Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Сентябрь 2021, 16:28

Конкурс старт ала

30 сентябрҙә Халыҡ-ара музыка көнө билдәләнәсәк. Был көндө БСТ телеканалында "Елкән" конкурсы страт ала. 

30 сентябрҙә БСТ каналында республиканың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында "Тамыр" телеканалы ойошторған үҙенсәлекле телевизион проекттың конкурсы старт ала. Йәш музыканттарҙың беренсе "Елкән" телевизион конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына арналған. Проектта ҡатнашыусылар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен генә башҡара ала. Конкурстың һайлап алыу турына 173 ғариза ҡабул ителде. Фортепиано, ҡыллы, тынлы, халыҡ уйын ҡоралдары кеүек дүрт номинацияла конкурс турына 43 йәш музыкант үтте. Балаларҙың конкурс программаһын Артур Нәзиуллин, Илшат Мөслимов, Шәүрә Сәғитова, Артур Ғайсаров, Виктория Симонова кеүек республикала һәм унан ситтә билдәле музыканттар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре баһаланы. 

- Конкурсанттарҙы ике көн дауамында тыңланыҡ. Балалар өсөн һөйөндөм, педагогтарға рәхмәтлемен, ә жюриға хайран ҡалдым! - ти "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. - Бының кеүек хисле һәм шул тиклем дә матур жирины бер проеектта ла осратҡаным булманы! Асыҡ күңелле профессионалдар! Улар һәр бала өсөн янып-көйөп кенә ултырманылар, остаздары ла булдылар. "Елкән" конкурсын ҡарап, тамашасалар кинәнес алыр, тип ышанам. 

- Балаларҙы баһалауы бик үк еңел түгел, - ти Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының генераль директоры, билдәле кларнетсы Артур Нәзиуллин. - Әммә классик музыканы, туған музыканың киләсәген күреү һәм ишетеү - ҙур шатлыҡ. Йәш музыканттарҙы ныҡышмалы һәм бик яуаплы эш көтә. Финалға сыҡҡан 12 конкурсант Милли симфоник оркестр оҙатыуында "Башҡортостан" дәүләт концерт залы сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ!

Композиторҙар әҫәрҙәрендә Башҡортостан тарихындағы мөһим ваҡиғаларҙың музыкаль интерпретацияһы, милли рухтың һәм халыҡтың менталлеге һаҡлана.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн музыкаль мираҫтың бәләкәй генә өлөшө ҡулланыла. Ә музыка мәғәнәһе - яңғырашта. Музыка башҡарыуһыҙ һәм тыңлаусыһыҙ йәшәй алмай. Балалар киләсәккә туған музыка менән бергә атлаһын! 

Йәш музыканттарҙың "Елкән" беренсе телевизион конкурсын һәр кесаҙна киске 19.45 сәғәттә БСТ каналында ҡарағыҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: