+25 °С
Дождь


Сибай ҡалаһында уҙға "Әйләнә орсоҡ, әйләнә" конкурсы үтте. Унда беҙҙең райондың Ишмөхәмәт, Сәйғәфәр, шулай уҡ Сибай ҡалаһының Алтын микрорайоны, Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты.
Ишмөхәмәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, ағинәйҙәр менән берлектә шундай матур тамаша күрһәтте. Һөҙөмтәлә улар Гран-при яуланы. Афарин! Ҡотлайбыҙ!
Байрам дәрте бейеүҙәр, таҡмаҡтар әйтешеү, йырҙар менән бергә үрелеп барҙы.