

Уйнаһын ғына ҡурайым, тынмаһын туған телем...
Ошо көндәрҙә Баймаҡ уҡыусылары араһында район күләмендәге ҡурайсылар конкурсы үтте. Унда райондың төрлө ауылдарынан килгән йәш оҫталар бәйге тотто.
Балалар ижады үҙәгенең “Йәнтөйәк” фольклор ансамбле (етәксеһе Айгөл Әхмәтова) лайыҡлы рәүештә еңеү яуланы. Күсей ауылының егеттәр ансамбле (Хәмзә Сәфәрғәлин) икенсе урынға сыҡты.
Яңғыҙ башҡарыусылар араһында бәйге көсөргәнешле барҙы. Өс категорияһы араһында улар конкурстың шарттарына ярашлы оҫталыҡтарын күрһәтте. Ҡаланың 1-се мәктәбе уҡыусыһы Алмаз Нәҙербәков (етәксеһе Илнур Сирбаев), ҡаланың 2-се мәктәбенән Мәлик Вәлеев менән Батыр Әминев (Айгөл Әхмәтова), Урғаҙанан Лоҡман Хәсәнов (Айбулат Дәүләтшин) беренсе урындарға лайыҡ булды. Урғаҙанан Иштуған Шайәхмәтов (Айбулат Дәүләтшин), 2-се мәктәптән Айгиз Мортазин менән Динар Юнысбаев (Айгөл Әхмәтова), 1-се мәктәбенән Айнур Ҡашҡаров (Илнур Сирбаев), Урғаҙанан Айлита Дәүләтшина (Айбулат Дәүләтшин) икенсе урындарға сыҡты. Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбенән Арслан Аллаяров (Илшат Хәйбуллин), 1-се мәктәптән Кирәймәргән Үҙәнбаев, Артур Атанбаев, Айгиз Күсәрбаев, Денис Мәсәғүтовтар (Илнур Сирбаев) өсөнсө урындарҙы алды.
Лилиә ТАКАЕВА.

