Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март 2021, 16:26

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Мәҙәни булыу – тәрбиәле булыу, тигәнде аңлата. Шуға ла тап мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр ысынында ла юғары тәрбиәле булырға тейештер, тип уйлайым. Шуға ла осраҡлы кеше мәҙәниәт хеҙмәткәре булып китә алмай. Мәҙәниәт хеҙмәткәре кеше менән аралаша белергә, һәләтле ауылдаштарын ылыҡтырып торорға тейеш. Беҙҙең районыбыҙ таланттарға бай район. Һәр ауылда тиерлек мәҙәниәт усағы бар. Балалар баҡсаһында йөрөгән сабыйҙарҙан алып сәстәренә сал ингән ағинәйҙәр, аҡһаҡалдарға тиклем клубта асылған түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә ярата. Ансамблдәр, төркөмдәр булдырылған. Күп кенә ауылдарҙа клуб мөдире булып өлкән йәштәге тәжрибәле белгестәр эшләй. Шулай уҡ үҙ эшен яратҡан йәштәр ҙә байтаҡ.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Мәҙәни булыу – тәрбиәле булыу, тигәнде аңлата. Шуға ла тап мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр ысынында ла юғары тәрбиәле булырға тейештер, тип уйлайым. Шуға ла осраҡлы кеше мәҙәниәт хеҙмәткәре булып китә алмай.

Мәҙәниәт хеҙмәткәре кеше менән аралаша белергә, һәләтле ауылдаштарын ылыҡтырып торорға тейеш. Беҙҙең районыбыҙ таланттарға бай район. Һәр ауылда тиерлек мәҙәниәт усағы бар. Балалар баҡсаһында йөрөгән сабыйҙарҙан алып сәстәренә сал ингән ағинәйҙәр, аҡһаҡалдарға тиклем клубта асылған түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә ярата. Ансамблдәр, төркөмдәр булдырылған. Күп кенә ауылдарҙа клуб мөдире булып өлкән йәштәге тәжрибәле белгестәр эшләй. Шулай уҡ үҙ эшен яратҡан йәштәр ҙә байтаҡ.

Кисә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләне. Ошо уңайҙан халыҡ ижады үҙәгендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы үткәрелде. Унда район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илгиз Байымов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина, ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев, халыҡ ижады үҙәге директоры Миңзифа Нәҙербаева, Баймаҡ биләмә-ара китапхана директоры Зилә Мортазина һ.б. ҡатнашты. Йыл дауамында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән хеҙмәткәрҙәр Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттарын һәм иң изге теләктәр алып һөйөндө.

Шулай уҡ был көн “Һөнәремде яратам” исемле конкурс та үткәрелде. Унда мәҙәниәт өлкәһендә өс йылға тиклем эшләгән белгестәр – Байыштан Инсаф Ҡолмөхәмәтов, Бикештән Альбина Нефедова, Сосновканан Фәниә Түләбаева, Темәстән Лариса Варенье, Ишмырҙанан Хазина Маликова, Түбәнән Зилә Үтәбаева, Икенсе Этҡолдан Фирүзә Бүләкова, Аҡморондан Фаягөл Таулыҡаева үҙ көсөн һынап ҡараны.

Тәүге конкурс “Мин – мәҙәниәт хеҙмәткәре!” тип аталды. Конкурсант үҙе эшләгән клубты, ижади коллективты, уҙғарылған сараларын видеороликта күрһәтте. Унан ҡатнашыусылар “Һеҙҙең өсөн мәҙәниәт өлкәһендә эшләү нимәне аңлата?”, “Ниндәй ижади пландар ҡороп йәшәйһегеҙ?”, “Ниндәй йәш төркөмө менән эшләүе еңелерәк?” кеүек һәм башҡа һорауҙарға ла яуап бирҙеләр.

Шулай ҙа иң ҡыҙығы өсөнсө конкурс булғандыр. Һәр бәйгесе тамашасылар менән ҡыҙыҡлы һәм күңелле уйын үткәрергә тейеш ине. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре театрлаштырылған тамаша күрһәтте, күңелле һәм файҙалы уйындар үткәрҙе. Әлбиттә был ярышты яңғыҙ ғына йырып сығыу еңелдән булмай. Шуға ла конкурсанттарға коллегалары ла ярҙам итте.

Конкурс һуңында тамашасылар һәм жюри ағзалары рәхәтләнеп милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙән өҙөктәр ҡараны.

Шулай итеп, конкурс тамам. 1-се урынды Альбина Нефедова менән Фирүзә Бүләкова бүлеште. 2-се урынды Инсаф Ҡолмөхәмәтов менән Фаягөл Таулыҡаева алды. 3-сө урынға Фәниә Түләбаева, Лариса Варенье, Хазина Маликова һәм Зилә Үтәбаева лайыҡ булды.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләйбеҙ. Һәр көн яңынан-яңы һөҙөмтәләр, уңыштар алып килһен.

Читайте нас