Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Февраль 2021, 00:18

Баймаҡҡа "Шайморатов генерал" килде

Бөгөн Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге сәхнәһендә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры артистары Флорид Бүләковтың “Шайморатов Генерал” драма-реквиемын сәхнәләштерҙе.

Баймаҡҡа “Шайморатов генерал” килде
Бөгөн Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге сәхнәһендә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры артистары Флорид Бүләковтың “Шайморатов Генерал” драма-реквиемын сәхнәләштерҙе. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү, батыр һалдаттарҙың ҡаһарманлығын күрһәтеү маҡсаты менән ҡуйылған тамаша ҙур аншлаг менән үтте. Бындай саранан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин да ситтә ҡала алманы. Сәхнәнән генә түгел, үҙе күреп-белеп, яу юлын үткән ветеран алдында Сибай артистары оло һынау тотто.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев баймаҡтар исеменән театр труппаһына оло рәхмәтен белдерҙе. Шайморатов генерал ролен башҡарыусы Вадим Ғилманов артистар исеменән Ғәйзулла Әблүзинға рәхмәт белдереп, сәскәләр гөлләмәһе бүләк итте. Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән ветеранға артистар ҙа, тамашасылар ҙа оло ихтирам менән баш эйҙе.
Башҡорт халҡының бөйөк улы Миңлеғәле Шайморатов баймаҡтарҙың йөрәгендә айырым урын биләй. Бөгөнгө тамаша быны тағы ла бер тапҡыр дәлилләне.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотолары.
Читайте нас: