Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Ғинуар 2021, 02:20

Моңдар ҡайтһын ауылға

#Сәләмәтлекйылы#ЯратовскийСДК#Моңдарҡайтһынауылға

#Сәләмәтлекйылы
#ЯратовскийСДК
#Моңдарҡайтһынауылға
Гармун, баян моңон ишеткән һайын Ә. Атнабаевтың шиғыр юлдары иҫкә төшә. Гармун халҡыбыҙҙа киң таралған музыка ҡоралы. Элек- электән һәр бер ауылда гармун моңо яңғырар булған. Йәштәрҙең аулаҡ өйҙәре, киске уйындары береһе лә уйын, йырһыҙ үтмәгән. Гармунда, баянда уйнаусы ҡыҙ һәм егеттәрҙе ауылда һәр ваҡыт хөрмәтләп, ҡәҙерләп хатта күтәреп алып йөрөткәндәр. Беҙҙең ауыл биләмәһендә лә беҙҙең ғорурлығыбыҙ, гармун, баянда уйнаусы оҫталар бик күп. Бөгөн мәҙәниәт йортонда үткәрелгән " Моңдар ҡайтһын ауылға " - тип исемләнгән мәҙәни сара тап ошо уңғандарға, күңел түрҙәренән сыҡҡан бар хистәрҙе гармун һәм баян моңо аша сағылдырыусыларға арналды. Сара бик матур итеп үткәрелде һәр кем үҙенең ошо музыка ҡоралына уйнарға өйрәнергә нимә сәбәпсе булғанын һөйләнеләр, гармундарҙы ҡасан һәм ҡайҙа уйнарға өйрәнеүҙәре тураһында бәйән иттеләр. Гармун моңо ғүмер буйы халҡыбыҙҙың рухи берҙәмлеген нығытҡан, иң ауыр саҡтарҙа ла күңелен күтәргән, ябай ғына музыка ҡоралы түгел, ә йәне булған ,уй кисерештәрҙе тойған тоғро дуҫ. Үткәндәрҙе хәтерләтеп, күңелдәрҙе дәртләндереп һайраһын гармун моңо, йәшәһен гармун моңо. Мәҙәни сараға килгән ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Читайте нас: