Һаҡмар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ғинуар 2021, 22:05

Яңы йылды -- ғаилә менән

С.Юлаев исемендәге паркта "Яңы йылда ғаилә уйындары" тип исемләнгән матур бер сара үтте. Уны халыҡ ижады үҙәге үткәрҙе.

Салауат Юлаев исемендәге паркта "Яңы йылда ғаилә уйындары" тип исемләнгән матур сара булды. Ул Халыҡ бейеүе көнө сиктәрендә халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан үткәрелде. "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәр ансамбле етәксеһе Ғәлинур Хәмитов тамашасыға килеүселәргә башҡорт бейеүҙәре элементтарын эшләп күрһәтте. Ҡатын-ҡыҙ хәрәкәттәре менән ир-егеттәр бейеү өлгөләре сағыштырыуҙа тәҡдим ителде.
Унан тамашаға йыйылыусы ғаиләләр бергәләшеп сана шыуҙылар, хоккей уйнанылар, ҡар ташлаштылар. Дәртле һәм күңелле саранан һәр кем көс һәм дәрт алып ҡайтҡандыр, тип ышанғы килә.

#деньнародноготанца2021
#халыҡбейеүекөнө2021
Читайте нас в