Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Ғинуар 2021, 02:00

Республиканың 100 йыллығына конкурс

Айнур Туҡтаев – Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбе директоры, шулай уҡ халҡыбыҙҙың яратып өлгөргән йырсыһы. Ул эшкә килеү менән мәктәп яҡтырып киткәндәй тойолдо, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик күп эштәр башҡарылды. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның эшмәкәрлеге тураһында әңгәмә тәҡдим итә.

Айнур Рәшит улы, һеҙҙең тыуған яҡтарға ҡайтыуығыҙҙың сәбәбе?
– Тыуған яҡ һәр кемдең бәләкәй саҡтан тәпәй баҫҡан тәүге нигеҙе. Мин сит төбәктә

булһам да күңелем менән, йәнем менән һәр ваҡыт тыуған яҡтарҙа булдым. Үҙемдең алған белемемде, башҡорт халыҡ йырҙарын, моңон йәш быуынға еткереү теләге менән тыуған яҡтарыма ҡайттым.

– Мәктәп тормошо, ҡаҙаныштары менән яҡыныраҡ таныштырып үтһәгеҙ ине.

– Бөгөн мәктәптә 170-тән ашыу уҡыусы сәнғәт серҙәренә төшөнә. Беҙҙең мәктәп

уҡыусылары республика, район, төбәк һәм халыҡ-ара конкурстарҙа I, II, III урын һәм

Гран-при яуланы. Районыбыҙға һәр саҡта ла терәк улар. Бөтә район, ауыл, республикала үткән сараларҙа бик әүҙем ҡатнашабыҙ. 2017-2018 уҡыу йылын ғына алғанда беҙҙең мәктәптең уңыштары бик бай булды. “Урал дуҫтарын йыя” конкурсында Мораҙым Әлибаев, Айгөл Кинйәбулатова – беренсе, Миләүшә Айытҡолова икенсе урын яулап, уларҙың уҡытыусыһы Рәзилә Ғәйетбаева иң яҡшы хореограф, иң яҡшы бейеүселәр етәксеһе тип табылды. Йәш музыканттар конкурсында Данил Мәннәтов (уҡытыусыһы Булат Заһиҙуллин) баянда – беренсе, Ислам Билгибаев гитарала,

Розалия Аҫылғужина вокал буйынса икенсе урын яуланы. Айгөл Кинйәбулатова респуб-

лика Башлығы стипендияһына лайыҡ булды.

– Киләсәккә пландарығыҙ ?

– Беҙҙә Республиканың 100 йыллығына ҡарата үҙебеҙҙең сәнғәт мәктәбе менән конкурс

үткәрергә булдыҡ. Ул “Атайсалда ҡунаҡта” тип атала. Сара 30 ноябрҙә Иҫке Сибай

мәктәбендә вокал, хореография бүлеге һәм ҡурай бүлектәре буйынса үтәсәк.

– Белеүебеҙсә, 6 ноябрҙә һеҙҙең ко нцерт үтәсәк. Шул турала әйтеп үтһәгеҙ.

– Күберәк үҙебеҙҙең тыуған яҡтарҙа сыҡҡан йырҙарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Халыҡ, эстрада йырҙары, баян, ҡурай моңдары, дәртле матур бейеүҙәр буласаҡ һәм махсус ҡунаҡ – йырсы Фәриҙә Ғаззалова ҡатнашасаҡ. Сибай ҡалаһында Балалар ижады үҙәгендә 6 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә көтөп ҡалабыҙ.

Эльвира ТАНҺыҠҠУжИНА

әңгәмәһе.
Читайте нас