Һаҡмар
+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Декабрь 2020, 18:29

Ауылға – клуб, батырға – һәйкәл

Бөгөн Икенсе Этҡол ауылында тантана. Ауыл клубы реконструкциянан һуң үҙ ишектәрен асты. Хәҙер ул күп функциялы мәҙәниәт йорто тип атала. Клубтың тамашалар залы заманса биҙәлгән, хатта балалар өсөн айырым мөйөш булдырылған. Каркасһыҙ креслолар, аэрохоккей һ.б. бар. Ағинәйҙәр клубы үҙ бүлмәһендә шөғөлләнә башлаясаҡ. Клубтың ихатаһында саф һауала рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнергә лә мөмкин буласаҡ. Шулай ҙа күптәрҙең иғтибарын Алдар батыр Иҫәнгилдиндың һәйкәле булғандыр.

Һуңғы йылдарҙа Икенсе Этҡол ауылы яңы һулыш алғандай булды. Бындағы социаль объекттарҙың барыһына ла тиерлек капиталь ремонт үткәрелде, ҡайһылары яңынан төҙөлдө. Хатта юл да яңыртып һалынды.

Бөгөн Икенсе Этҡол ауылында тантана. Ауыл клубы реконструкциянан һуң үҙ ишектәрен асты. Хәҙер ул күп функциялы мәҙәниәт йорто тип атала. Клубтың тамашалар залы заманса биҙәлгән, хатта балалар өсөн айырым мөйөш булдырылған. Каркасһыҙ креслолар, аэрохоккей һ.б. бар. Ағинәйҙәр клубы үҙ бүлмәһендә шөғөлләнә башлаясаҡ. Клубтың ихатаһында саф һауала рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнергә лә мөмкин буласаҡ. Шулай ҙа күптәрҙең иғтибарын Алдар батыр Иҫәнгилдиндың һәйкәле булғандыр.

Клубтың асылыу тантанаһына БР Хөкүмәте тәүге урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, билдәле скульптор Өлфәт Ҡобағошов һ.б. килгән ине.

Фәнис Ғәбдрәшит улы сараға йыйылғандарҙы тәбрикләп үтте: “Был мәҙәниәт усағында беҙ хәҙер райондыҡын ғына түгел, хатта республика кимәлендәге саралар үткәрә башларбыҙ”, -- тине.

Илшат Азамат улы ла етеп килгән байрам уңайынан барыһын да тәбрикләне һәм: “Бөгөн капиталь ремонттан һуң клуб үҙ ишектәрен ҡабаттан асты. Был ремонт милли проект сиктәрендә атҡарылды. Хәҙер бында мәҙәни саралар үткәреү өсөн бар шарттар ҙа булдырылды. Киләсәктә был мәҙәниәт йорто кешеләрҙе яҡынайтыусы, берләштереүсе урын булыр, тип ышанғы килә. Бөгөн, шулай уҡ, икенсе бер мөһим ваҡиға – Алдар батырға ҡуйылған һәйкәл. Был бик дөрөҫ ҡарар. Һәйкәлдәр аша үткән ваҡиғаларға баһа бирелә. Данлы батырҙарыбыҙҙың бөйөклөгөн киләсәккә аманат итеп ҡалдырабыҙ. Бөгөнгө сараның килеп сығыуына үҙ өлөшөн индергән Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға, уның урынбаҫары Рәнис Алтынбаевҡа, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа, Алдар батыр һәйкәленең авторы, скульптор Өлфәт Ҡобағошовҡа рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм, -- тине һәм Өлфәт Минниәхмәт улына исемле сәғәт бүләк итте.

Өлфәт Минниәхмәт улының Икенсе Этҡол ауылына тәү тапҡыр аяҡ баҫыуы ине: “Һәйкәлдәрҙе ғәҙәттә йәй асалар. Ә бөгөн ҡышҡы матур бер көн. Тап шул яғы менән был тантана иҫтәлекле булып ҡаласаҡ. Ауылығыҙға килгәндә, бик ҡотло урында ултыра. Һеҙ бәхетлеһегеҙ, батырҙар төбәгендә йәшәйһегеҙ. Алдар батыр Салауат Юлаевтан һуң килгән бөйөк шәхес булып тора. Һәйкәлдәр ҡороу ябай эш түгел. Батырҙарға һәкәл ҡороу – үҙе үк батырлыҡ. Был йыйынға килгән һәр кемгә оло рәхмәтемде еткергем килә”, -- тине.

Рәнис Рәйес улы ла үҙ фекерҙәрен белдереп: “Өлфәт ағайҙың оҫтаханаһында булғаным бар. Бик оҫта скульптор. Ә клубҡа килгәндә, ул ауылдың мәҙәниәт үҙәге булып тора”, -- тине һәм “Ауыл күп функциялы клубы” тигән сертификат тапшырҙы.

Сара барышында Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаттарын тәбрикләнеләр. Был исемгә крайҙы өйрәнеүсе, күп һанлы китаптар авторы Ирек Бикмәтов һәм “Вдохновение” өлгөлө вокаль ансамбле етәксеһе Светлана Утәйева лайыҡ булды. Шулай уҡ тантанала ҡатнашҡан алдынғы шәхестәр рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталарын алып һөйөндө.

Сара һуңында һәр килгән кеше ҡорбан итенән бешерелгән былауҙан ауыҙ итте.

Читайте нас: