Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Декабрь 2020, 13:50

"Байыҡ"та Иҫке Сибай бейеүселәре еңеү яуланы!

19 декабрҙә сәнғәт һөйөүселәр, милли мәҙәниәтебеҙгә битараф булмағандар һәм яҡташтарыбыҙ өсөн көйгәндәр телевизор янынан китмәгәндәр, моғайын. Сөнки был көндө “Байыҡ” телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды, еңеүселәр билдәләнде.

19 декабрҙә сәнғәт һөйөүселәр, милли мәҙәниәтебеҙгә битараф булмағандар һәм яҡташтарыбыҙ өсөн көйгәндәр телевизор янынан китмәгәндәр, моғайын. Сөнки был көндө “Байыҡ” телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды, еңеүселәр билдәләнде. Шундай мәртәбәле конкурста ауылыбыҙҙан бер түгел ике парҙың ҡатнашыуы икеләтә ҡыуаныслы ине. Ә инде Гөлсара Кинйәбаева менән Динис Хәмитовтың төп призға лайыҡ булыуҙары Баймаҡ районына һәм Иҫке Сибай ауылына ҙур танылыу килтерҙе! Ә инде Инсар Исмәғилов менән Әҙилә Йәнбәкова лауреат исеменә лайыҡ булды. Афарин, бейеүселәр! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм һеҙҙе оло еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ә конкурс лауреаттары Инсар менән Әҙиләгә киләсәктә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!
Мотал Рәмов.
Читайте нас: