Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ноябрь 2020, 20:05

Мәҙәни тормошҡа - айырым ҡараш

Ауыл мәҙәниәтен үҫтереүгә иғтибар йүнәлтеүе бик яҡшы күренеш. Беҙҙең районда янып эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә, халыҡты үҙенә йәлеп итеп кенә торған клубтар ҙа бар. Киләсәктә улар “Мәҙәниәт” милли проектына мөрәжәғәт итеп, тейешле ярҙам алыр, тип ышанабыҙ.

Мәҙәниәтте үҫтереү, халыҡтың эштән тыш тормошон ойоштороу, балаларға сәнғәт белемен биреү өсөн төрлө программалар ҡабул ителә. Был йәһәттән “Мәҙәниәт” милли проектының йылдан-йыл үҫешә барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәктер.

Ошо көндәрҙә Новосибирск өлкәһенә эш сәфәре менән барғанда РФ Мәҙәниәт министры Ольга Любимова был проектҡа ҡағылышлы һөйөнөслө яңылығы менән уртаҡлашты. Уның әйтеүенсә, “Мәҙәниәт” милли проектының бюджеты 13 миллиард һумға артасаҡ. Артабан был проектҡа сәнғәт мәктәптәрен ремонтлау, реконструкциялау ҙа инәсәк. Өҫтәүенә сәнғәт мәктәптәре өсөн тейешле методик ҡулланмалар, музыка ҡоралдары һатып алыу ҙа ҡаралған.

Тағы бер яңы йүнәлеш – иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларына һәм хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеү. Шулай уҡ ауыл клубтарын ремонтлау һәм реконструкциялау, автоклуб һатып алыу, модель китапханалыр асыу һәм балалар театрҙарын ремонтлауға субсидиялар арта. Бынан тыш өмөтлө ижади проекттар тәҡдим итеүселәр махсус гранттарға ла эйә була.

Ауыл мәҙәниәтен үҫтереүгә иғтибар йүнәлтеүе бик яҡшы күренеш. Беҙҙең районда янып эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә, халыҡты үҙенә йәлеп итеп кенә торған клубтар ҙа бар. Киләсәктә улар “Мәҙәниәт” милли проектына мөрәжәғәт итеп, тейешле ярҙам алыр, тип ышанабыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Фото РИО/ТАСС

Читайте нас: