Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ноябрь 2020, 13:29

Баймаҡ ҡыҙы Елизавета - финалда!

“Йәшлек шоу – 2020” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең финалистары билдәләнде.

“Йәшлек шоу – 2020” Бөтә Рәсәй йәштәр фестивалендә Баймаҡ ҡалаһынан Елизавета Овчинникова финалист булып танылды.
Өфө ҡалаһында “Йәшлек шоу – 2020” фестивале тамамланды. Уның II турына Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ырымбур, Һамар, Ҡазан, Пермь, Һарытау, Ҡурған ҡалаларынан һәм республиканың төрлө райондарынан 194 кеше ҡатнашты. Уларҙың ни бары 53-ө генә ярымфиналға үтә алды.
Абруйлы баһалама ағзалары финалда ҡатнашыу өсөн улар араһынан иң-иңдәрен генә һайлап алды. Улар иҫәбендә беҙҙең яҡташыбыҙ Елизавета Овчинникова ла бар.
Алда йәш йырсыларыбыҙҙы финалда ҡатнашыу өсөн ҙур әҙерлек көтә. “Йәшлек шоу – 2020” фестиваленең Гала-концертында улар танылған артистарыбыҙ менән бергә сығыш яһаясаҡ һәм еңеүсе титулына көс һынашасаҡ. Гран-при яулаусы 300 мең һум премия аласаҡ һәм ҙур сәхнәгә сығыу өсөн уның менән артабан тәжрибәле продюсер шөғөлләнәсәк. Проект менән Радик Юлъяҡшин - Elvin Grey етәкселек итәсәк.
Елизавета Овчинниковаға уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: