Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ноябрь 2020, 19:55

Шаршау артындағы кис

Сәнғәт, ысынлап та, бик күптәрҙе берләштерә. Районыбыҙҙа «Сәнғәт төнө» акцияһы йыл һайын төрлөсә үткәрелә. Уҙған йыл райондың барлыҡ сәнғәт эшмәкәрҙәре халыҡ ижады үҙәгенә ҙур тантанаға йыйылғайны. Быйыл, пандемияға бәйле, ул онлайн рәүештә үтте. Ғ.Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе тамашасыларҙы ҙур концерт менән һөйөндөрҙө. Үҙәк китапхана поэтик флешмоб тәҡдим итте.«Районыбыҙҙың мәҙәниәте» интеллектуаль викторинаһы ла бик күптәрҙең күңеленә хуш килгәндер. Халыҡ ижады үҙәге иһә тамашасыларҙы үҙҙәренең шаршау арты донъяһы менән таныштырҙы, йәғни үҙәктең бинаһы буйлап сәйәхәт үткәрҙе. Экскурсовод ролен үҙәктең художество етәксеһе Ләйсән Солтанғолова үтәне. Сәйәхәт икенсе ҡаттағы халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле сығышы менән башланды. Баян, ҡурай һәм думбыра моңдары сихри донъяға әйҙәй. Был моңдарҙы тыңлағандан һуң ҡаяларҙа осҡан ғорур бөркөт һыны ла, һомғол ҡыҙҙар бейеүе лә, тәбиғәттең сихри урындары ла күҙ алдына килеп баҫты.Өсөнсө ҡатта «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле репетиция үткәрә ине. Бейеүселәрҙең репитицияла ла берҙәм формала булыуҙары һоҡландырҙы. Ансамблдең етәксеһе Ғәлинур Хәмитов ҡаҙаныштары, ансамбль тарихы тураһында һөйләне. Әйткәндәй, әле ансамбль йәш таланттар туплай. Шулай булғас, «Ирәндек» ансамблендә бейергә хыялланған йәштәр рәхим итегеҙ!Халыҡ ижады үҙәгендә костюмдар һаҡланған бүлмә лә бар. Унда Таңһылыу Аллаярова эшләй. «Бөгөн пандемияға бәйле бер аҙ тынлыҡ булып тора. Смотрҙар ваҡытында ғына костюмдар бер аҙ етмәй, башҡа ваҡытта барыһы ла яҡшы», – тине ул.«Ҡомартҡы» халыҡ ансамбленең дә матур тарихы бар. Уға заманында Мәүжидә Айытҡолова нигеҙ һалған. Улар башҡарған «Зөлхизә», «Урал» кеүек мәшһүр йырҙар әле лә ҡолаҡта сыңлай кеүек. Әле ансамбль менән Сөмбөл Юлбахтина етәкселек итә. Онлайн-тамашасылар хөкөмөнә «ҡомартҡы»лар «Ғайса» халыҡ йырын сығарҙы.«Ватан» халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе наил Шәйәхмәтов: «Яңы бейеү өйрәнеп йөрөүебеҙ. Быға тиклем ансамблгә ҡыҙҙар күберәк килә торғайны. Быйыл, киреһенсә, егеттәр күберәк. Әле беҙҙә 20 егет шөғөлләнә», – тип һөйләне. Дәртле бейеүҙе ҡараған тамашасылар интернет-алҡыштарға, йәғни «лайк»ка күмделәр йәштәрҙе. Халыҡ ижады үҙәгендә ҡул эштәре оҫталары өсөн «Хазина» клубы эшләй. Әлегә клубҡа олораҡ йәштәгеләр коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында артыҡ йөрөй алмай. «Хазина»лар клубта стилләштерелгән түшелдеректәр, ҡашмауҙар тегә, милли орнаменттарҙы ҡулланып кейеҙ һуға, шаршауҙар һ.б. эшләй.«Сураш» ир-егеттәр вокаль ансамбле лә үҙ сығыштары менән һөйөндөрҙө. Халыҡ ижады үҙәгенең «Буранбай сәсән» халыҡ ҡурайсылар ансамбле ярайһы уҡ танылыу яулап өлгөрҙө. Улар йыш ҡына һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Әле ҡурайсылар онлайн-тамашасыларҙы дәртле көй уйнап тәбрикләне.Экскурсия аҙағына яҡынланы. Беҙҙе тура трансляция аша үҙәктең төп сәхнәһенә алып килделәр. Унда балаларҙың «Экзотик» өлгөлө бейеү ансамбле репетиция үткәрә ине. Ансамбль етәксеһе һөйләүенсә, бында шөғөлләнгән ҡыҙҙар йырҙар өйрәнеп кенә ҡалмай, ҡыҙҙарға дефиле, фотосессия нескәлектәре лә өйрәтелә. Ҡыҙҙар шулай уҡ актер оҫталығы дәрестәрен дә үтә.«Сәнғәт төнө» экскурсияһын халыҡ ижады үҙәге артистарының дөйөм сығышы тамамланы. Эйе, пандемия һәр кемдең тормошона үҙгәрештәр индерҙе. Урамда хәҙер битлек кеймәгән кешене күрмәҫһең, ҡул бирешеүҙәр ҙә тыйыла. Халыҡты ла күпләп йыйырға ярамай. Бындай шарттарҙа ошондай онлайн-саралар иң отошлоһолор. Әммә киләсәктә заманалар яҡшы яҡҡа үҙгәреп, артистарыбыҙ зал тултырып тамашасылар йыйыр әле, тип ышанайыҡ.

Сәнғәт, ысынлап та, бик күптәрҙе берләштерә. Районыбыҙҙа «Сәнғәт төнө» акцияһы йыл һайын төрлөсә үткәрелә. Уҙған йыл райондың барлыҡ сәнғәт эшмәкәрҙәре халыҡ ижады үҙәгенә ҙур тантанаға йыйылғайны. Быйыл, пандемияға бәйле, ул онлайн рәүештә үтте. Ғ.Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе тамашасыларҙы ҙур концерт менән һөйөндөрҙө. Үҙәк китапхана поэтик флешмоб тәҡдим итте.
«Районыбыҙҙың мәҙәниәте» интеллектуаль викторинаһы ла бик күптәрҙең күңеленә хуш килгәндер. Халыҡ ижады үҙәге иһә тамашасыларҙы үҙҙәренең шаршау арты донъяһы менән таныштырҙы, йәғни үҙәктең бинаһы буйлап сәйәхәт үткәрҙе. Экскурсовод ролен үҙәктең художество етәксеһе Ләйсән Солтанғолова үтәне. Сәйәхәт икенсе ҡаттағы халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле сығышы менән башланды. Баян, ҡурай һәм думбыра моңдары сихри донъяға әйҙәй. Был моңдарҙы тыңлағандан һуң ҡаяларҙа осҡан ғорур бөркөт һыны ла, һомғол ҡыҙҙар бейеүе лә, тәбиғәттең сихри урындары ла күҙ алдына килеп баҫты.
Өсөнсө ҡатта «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле репетиция үткәрә ине. Бейеүселәрҙең репитицияла ла берҙәм формала булыуҙары һоҡландырҙы. Ансамблдең етәксеһе Ғәлинур Хәмитов ҡаҙаныштары, ансамбль тарихы тураһында һөйләне. Әйткәндәй, әле ансамбль йәш таланттар туплай. Шулай булғас, «Ирәндек» ансамблендә бейергә хыялланған йәштәр рәхим итегеҙ!
Халыҡ ижады үҙәгендә костюмдар һаҡланған бүлмә лә бар. Унда Таңһылыу Аллаярова эшләй. «Бөгөн пандемияға бәйле бер аҙ тынлыҡ булып тора. Смотрҙар ваҡытында ғына костюмдар бер аҙ етмәй, башҡа ваҡытта барыһы ла яҡшы», – тине ул.
«Ҡомартҡы» халыҡ ансамбленең дә матур тарихы бар. Уға заманында Мәүжидә Айытҡолова нигеҙ һалған. Улар башҡарған «Зөлхизә», «Урал» кеүек мәшһүр йырҙар әле лә ҡолаҡта сыңлай кеүек. Әле ансамбль менән Сөмбөл Юлбахтина етәкселек итә. Онлайн-тамашасылар хөкөмөнә «ҡомартҡы»лар «Ғайса» халыҡ йырын сығарҙы.
«Ватан» халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе наил Шәйәхмәтов: «Яңы бейеү өйрәнеп йөрөүебеҙ. Быға тиклем ансамблгә ҡыҙҙар күберәк килә торғайны. Быйыл, киреһенсә, егеттәр күберәк. Әле беҙҙә 20 егет шөғөлләнә», – тип һөйләне. Дәртле бейеүҙе ҡараған тамашасылар интернет-алҡыштарға, йәғни «лайк»ка күмделәр йәштәрҙе.
Халыҡ ижады үҙәгендә ҡул эштәре оҫталары өсөн «Хазина» клубы эшләй. Әлегә клубҡа олораҡ йәштәгеләр коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында артыҡ йөрөй алмай. «Хазина»лар клубта стилләштерелгән түшелдеректәр, ҡашмауҙар тегә, милли орнаменттарҙы ҡулланып кейеҙ һуға, шаршауҙар һ.б. эшләй.
«Сураш» ир-егеттәр вокаль ансамбле лә үҙ сығыштары менән һөйөндөрҙө. Халыҡ ижады үҙәгенең «Буранбай сәсән» халыҡ ҡурайсылар ансамбле ярайһы уҡ танылыу яулап өлгөрҙө. Улар йыш ҡына һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Әле ҡурайсылар онлайн-тамашасыларҙы дәртле көй уйнап тәбрикләне.
Экскурсия аҙағына яҡынланы. Беҙҙе тура трансляция аша үҙәктең төп сәхнәһенә алып килделәр. Унда балаларҙың «Экзотик» өлгөлө бейеү ансамбле репетиция үткәрә ине. Ансамбль етәксеһе һөйләүенсә, бында шөғөлләнгән ҡыҙҙар йырҙар өйрәнеп кенә ҡалмай, ҡыҙҙарға дефиле, фотосессия нескәлектәре лә өйрәтелә. Ҡыҙҙар шулай уҡ актер оҫталығы дәрестәрен дә үтә.
«Сәнғәт төнө» экскурсияһын халыҡ ижады үҙәге артистарының дөйөм сығышы тамамланы. Эйе, пандемия һәр кемдең тормошона үҙгәрештәр индерҙе. Урамда хәҙер битлек кеймәгән кешене күрмәҫһең, ҡул бирешеүҙәр ҙә тыйыла. Халыҡты ла күпләп йыйырға ярамай. Бындай шарттарҙа ошондай онлайн-саралар иң отошлоһолор. Әммә киләсәктә заманалар яҡшы яҡҡа үҙгәреп, артистарыбыҙ зал тултырып тамашасылар йыйыр әле, тип ышанайыҡ.
Читайте нас: