Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Октябрь 2020, 11:12

Оло юғалтыу

Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте

Өфөлә шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан китте. Башинформдан хәбәр итеүенсә, яҙыусы дауаханала вируслы пневмониянан дауаланған, үпкәне яһалма елләтеү аппаратында ятҡан.
Зөһрә Фәйзуллина 1946 йылдың 29 июлендә Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Сибайға күсеп килә, мәктәп-интернатта һәм Сибай педагогия колледжында уҡыта. Миңә уның ҡул аҫтында ике уҡыу йортонда ла уҡырға тура килде. Ул балаларҙы яратты. Көләс йөҙлө булғанғамы, үҙенә лә кеше һыйына торғайны.
Артабан ул «Атайсал» төбәк-ара гәзитенең баш мөхәррире, Сибайҙа «Сулпан» башҡорт балалар театрының әҙәби бүлеге етәксеһе булып та эшләй.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә ул әҙәбиәттән айырылманы, шиғырҙар, әҫәрҙәр ижад итте.
Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар, Журналистар берекмәләре ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялар лауреаты.
Читайте нас: