Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Октябрь 2020, 01:40

Таныш булығыҙ: "Атайсал" бейеү ансамбле!

#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #Трезвоесело2020СтарыйСибай#Айыҡауыл2020йыл#Беҙсәләмәттормошяҡлы#ИҫкеСибай

#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #Трезвоесело2020СтарыйСибай
#Айыҡауыл2020йыл#Беҙсәләмәттормошяҡлы#ИҫкеСибай

ТАНЫШ БУЛЫҒЫҘ "АТАЙСАЛ" бейеү ансамбле.

Бейеүселәр, бейегеҙ,
Матур беҙҙең көйөбөҙ.
Бейегеҙ ҙә бейегеҙ,
Матур беҙҙең көйөбөҙ.

Бейеү – ул халыҡтың күңеле. Башҡорт профессиональ хореографияһының нигеҙен булдырыусы Фәйзи Ғәскәров ошо ябай ғына хәҡиҡәтте аңлауы менән дә бәхетле ижадсы булғандыр, моғайын. Донъялағы сәхнә ҡалыптарынан тайпылып, бейеү ябай тамашасыға ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы, ихлас булһын һәм иң мөһиме, унда халыҡ күңеле сағылһын, тигәндер.
Кеше донъя нисек кенә булһа ла йыр-бейеүһеҙ йәшәй алмай. Йыр, бейеү кешене йәшәртә,дәртләндерә, илһамланып йәшәргә ҡанат ҡуя.

Бөгөн һүҙ Иҫке Сибай ауылының *Атайсал* бейеү ансамбле тураһында. Өсөнсө тиҫтә инде сәхнәне дер һелкетеп, өҙә баҫалар йәштәр. Быуын-быуындан бирелә килә бейеү серҙәре.
Элек совхоз-колхоз да эштәр гөрләп торған саҡта, йәш егеттәрҙе, ҡыҙҙарҙы үҙешмәкәр коллективтар араһындағы район конкурсына, эштән бушатып, талиптарҙы уҡыу йорттарынан һорап алып, мәж килеп әҙерләнә торғайныҡ. Кемдәр генә бейемәне сәхнәләрҙә?!
Ошо ансамблдең тәүге етәксеһе Алсу Шәмсетдин ҡыҙы Хафизова ине. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының бейеү бүлеген тамамлап, сәнғәт мәктәбенә күрһәтмә буйынса эшкә килгәйне. Йәштәрҙе ылыҡтырып, туплап алғас кис эштән һуң репететциялар башланды ла инде. Көслө рухлы йәштәрҙән торған ансамбль гел беренселәр рәтендә булды районда.
Төрлө милләт бейеүҙәре, рухлы, сая, бөркөттәй осоп торған, ҡыйыу ҡарашлы башҡорт бейеүҙәре, нәзәкәтле, башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булған баҫалҡылылыҡ, яғымлылыҡ бөркөлөп торған бейеүҙәр. Заятүләк менән һыуһылыу, халыҡтар дуҫлығы бейеүе, сиғандар һәм көнъяҡ кавказ халҡы бейеүе һәр кемдең күңелендә ҡалғандыр.
Нисә йылдарҙан һуң ҡайтып, бөгөнгө көндә лә мәҙәниәт йортоноң бейеү ансамблен етәкләй.
Ошо араларҙа Алсу Шәмситдин ҡыҙының тыуған көнө, ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, дәрт-дарманың һүнмәһен, һүрелмәһен. Яңы бейеүҙәр, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Миңнур Һунаршина.
Читайте нас: