Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Октябрь 2020, 19:43

Таныш булығыҙ: "Яҙгөл" ансамбле!

#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #Трезвоесело2020СтарыйСибай#Айыҡауыл2020йыл#Беҙсәләмәттормошяҡлы#ИҫкеСибай

#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #Трезвоесело2020СтарыйСибай
#Айыҡауыл2020йыл#Беҙсәләмәттормошяҡлы#ИҫкеСибай
Таныш булығыҙ- “Яҙгөл” ансамбле.

Яҙһылыуҡай серле йылмайып, Ҡошҡайҙарҙың моң-телкәйен асып, Күмде тәбиғәтте йыр-көйгә. Хистәр таша йөрәктәрҙә Шатлыҡ тула күңелдәргә, Яҙһылыуҡай килә, Яҙһылыуҡай Йырлай-йырлай шишмә көйөнә.

Тиҫтә йыл элек, яҙ етеп бар донъя йоҡонан уянғанда, әле генә төрлө ойошмаларҙан хаҡлы ялға сыҡҡан һылыуҡайҙарҙы йыйып, Мөслимә Вәлиуллина ансамбль төҙөп ебәрә. Яҙ миҙгеле булғас, ансамблгә бер тауыштан “Яҙгөл” тип исем дә ҡушалар. Күңелгә хуш килгән, һәр темаға тап булған йырҙарҙы һайлай улар. Репертуарҙарында мөнәжәттәр ҙә бар. Яҙгөлдәр төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, лайыҡлы урындарға өлгәшеп, ауылдың мәҙәни тормошонда гөрләп йәшәйҙәр. Йырлап ҡына ҡалмайҙар улар, дәртләнеп, йәшлек бейеүҙәрен дә рәхәтләнеп бейейҙәр. Бөгөнгө көндә ансамблде ағинәйҙәр етәксеһе Рәйфә Айытҡолова етәкләй. Репертуарҙы ҡыҙҙар бергәләшеп һайлайҙар. Ә йырҙарҙың ике-өс тауышта булыуы, музыкаль яҡтан дөрөҫ яңғырауында Гүзәл Янбаеваның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Сәхнә кейемдәрен дә, йырға тап килгәнен бергәләшеп һайлап, үҙҙәре тектерәләр.

“Берҙәмлектә-көс” тигән мәҡәл тап килә “Яҙгөл” ансамбленә. Шулай һәр саҡ гөрләп, сәхнәнең йәме булып йәшәгеҙ һеҙ, яҙгөлдәр!

Яҙҙар килә, яҙҙар гөл килтерә,
Гөл килтерә сыуаҡ яҙҙарым.
Һәр сәскәнең үҙенең яҙы була,
Үҙ сәскәһе була яҙҙарҙың.
Миңнур Һунаршина.
Читайте нас: